Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Декабрь 2022, 21:15

Был картала Башҡортостан мөһим урынды биләй

Республикабыҙ менән “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек киңәйә.

Был картала Башҡортостан мөһим урынды биләй
Был картала Башҡортостан мөһим урынды биләй

12 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара рәйесе Алексей Миллер видеобәйләнеш режимында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте матбуғат хеҙмәтенең хәбәр итеүенсә, беренсе документ – республика менән компания араһындағы 2003 йылғы килешеүҙе көнүҙәк итеү. Ул газ үткәреү, энергетик машиналар эшләү үҫеше, “зәңгәр яғыулыҡ”ты һаҡсыл тотоноу, “йәшел” технологияларҙы файҙаланыу йәһәтенән берҙәм бурыстарҙы күҙаллай. Икенсе килешеү иһә Башҡортостанда газ һәм мотор яғыулығына ҡағыла.

Алексей Миллер төбәк менән барлыҡ йүнәлештәр буйынса ла эштең һөҙөмтәлелеге тураһында белдерҙе.

- Республика менән конструктив, ике яҡ өсөн дә отошло хеҙмәттәшлек яйға һалынған. Рәсәйҙең газ картаһында Башҡортостан мөһим урын биләй. Һәм төп эш йүнәлешебеҙ, әлбиттә, газ менән тәьмин итеү, - тип билдәләне Алексей Миллер. – Төбәктә “Газпром” системаһының көслө предприятиеларының береһе “Газпром трансгаз Өфө” эшләй. Йыл һайын республика биләмәһе аша 100 миллиардтан ашыу кубометр тәбиғи газ алына. Был ҙур күрһәткес Башҡортостандың тотош ил ҡулланыусыларын газ, йылылыҡ, энергия менән тәьмин итеүе тураһында һөйләй.

Холдинг етәксеһе төбәкте газификациялауҙың юғары кимәлдә булыуы хаҡында әйтте. Яҡын арала был күрһәткесте мөмкин тиклем күберәк итмәкселәр.

- Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин илдә газ үткәреүҙе тиҙләтеү бурысын ҡуйҙы. Ошо маҡсатта “Газпром”дың инвестиция программаһын арттырҙыҡ. 2025 йыл аҙағына тиклем газ үткәреү күрһәткесен 100 процентҡа тиклем еткермәксебеҙ, – тине Алексей Миллер. – Бынан тыш, дәүләт етәксеһе башланғыс һалған газ үткәреп бөтөү программаһын да яҡшы тиҙлек менән тормошҡа ашырабыҙ. Йорт сиктәренә тиклемге газ үткәргестәрҙе үткәреү буйынса ғаризалар 91 процентҡа үтәлде.

Алексей Миллер Башҡортостанда 25 автомобиль газ тултырыу компрессор станцияһының эшләүе, тағы икәүһенең төҙөлөүе хаҡында әйтте.

- Был өлкәлә хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу эшебеҙҙе системалы итеүгә һәм ҡуйылған маҡсаттарҙы өлгәшеүҙе тиҙләтеүгә булышлыҡ итәсәк, - тине Алексей Миллер.

“Газпром – балаларға” программаһына ярашлы, төбәктә 21 объект сафҡа инде. Өфөнөң 450 йыллығына бүләк булараҡ ҡалала йәмғиәт тарафынан бассейны, һырғалағы, универсаль залы булған физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә.

- Беҙҙә йәшәүселәрҙең барыһынан да һөҙөмтәле эш һәм намыҫлы хеҙмәт өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, - тине Радий Хәбиров. – Бергәләп газ үткәреү программаһын тормошҡа ашырыу йәһәтенән әүҙем эшләйбеҙ, Рәсәй Президентының газ үткәреп бөтөү буйынса бойороҡтарын үтәйбеҙ. Тап республикабыҙҙа “Газпром” предприятиелары өсөн “АЛ-41СТ” двигателенең яңы моделе төҙөлә.

Төбәк етәксеһе холдинг өсөн социаль йәһәттән әһәмиәтле проекттарҙы ла билдәләп үтте.

- Газ һәм мотор яғыулығы үҫешенә килгәндә, автомобиль газ тултырыу компрессор станциялары һанын, метанды ҡулланыусыларҙы арттырасаҡбыҙ. Был йәһәттән системалы һәм беҙҙә йәшәүселәр мәнфәғәтенә эшләйбеҙ, - тине Радий Хәбиров. – Социаль объекттар иһә һеҙҙең иғтибар үҙәгендә булды. Барлыҡ командаға был йәһәттән уңышлы, һөҙөмтәле эше өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Бик дөрөҫ, 2003 йылда республика һәм “Газпром” араһында ҡул ҡуйылған хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙе көнүҙәкләштерәбеҙ.

Әлеге ваҡытҡа “Газпром” Мишкә районы ауылдарындағы 720 йортто һәм туғыҙ ҡаҙанлыҡты селтәрле газға тоташтырыу буйынса шарттар булдырған. Тағы компания Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Байраҡ” һәм “Стәрлетамаҡ-3” газ бүлеү станциялары араһында газ үткәргес төҙөгән. Был ҡулланыусыларҙы өҫтәмә “зәңгәр яғыулыҡ” менән тәьмин итеү мөмкинлеген биргән. Бынан тыш, Ағиҙел ҡалаһында, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Туймазы райондарында социаль йәһәттән әһәмиәтле объекттар газға тоташтырылған.

Фото: glavarb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: