Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән:
“2022 йылдың 11 айында Башҡортостанда Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы аша дәүләт хеҙмәттәренә 62 мең ғариза бирелгән. Сағыштырыу өсөн, бер йыл элек улар өс тапҡырға кәмерәк булған — 21 мең. Кадастр планы буйынса участканың схемаһын раҫлау иң популяр сервис булып тора. Быйыл ошондай 16 мең мөрәжәғәт килгән.
Ер һәм мөлкәт мәсьәләләренә бәйле бөтәһе 26 хеҙмәт электрон рәүештә күрһәтелә. Уларҙы мөмкин тиклем һанлаштырыу һәм йылдан-йыл һанын арттырыу бурысы ҡуйылған. Дәүләт менән үҙ-ара эш итеүҙең бындай форматы халыҡ өсөн уңайлыраҡ һәм ваҡытты сарыф итмәй”.
Министрлыҡ күрһәткән хеҙмәттәр менән тулыраҡ түбәндәге һылтанмаға баҫып танышырға була: https://gosuslugi.bashkortostan.ru/#/organizations/20..
Фото: "Башинформ".