"Башҡортостан тауары" проекты дипломанты "Салауат" ательеһы Бөтә Рәсәй "Туристик сувенир-2022" конкурсының өс гран-при премияһына лайыҡ булды. Сара Киров ҡалаһында үтте.
"Ателье конкурста "Салауат" ирҙәр баш кейемен, ҡатын-ҡыҙҙарҙың "Нәркәс" баш кейемен һәм намаҙ өсөн келәмде күрһәтте. Жюри ағзалары оҫталарҙың эшен юғары баһаланы, һәм өс продукция ла юғары наградаға — гран-приға лайыҡ булды", — тине Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
"Салауат" ательеһы тиренән әйберҙәр тегеү, сувенирҙар әҙерләү менән шөғөлләнә. Милли финалда ҡатнашыу алдынан ателье район һәм төбәк этаптарын уңышлы үтте.
2022 йылда "Туристик сувенир" Бөтә Рәсәй конкурсына илдең 72 төбәгенән 2609 ғариза ебәрелгән. Йомғаҡлау турында Рәсәйҙең 48 төбәгенән 513 туристик сувенир һәм 21 магазин ҡатнашты. Башҡортостандан сувенир изделиеларының 65 өлгөһө ҡуйылды.
Билдәләп үтергә кәрәк, "Туристик сувенир" Бөтә Рәсәй конкурсы 2015 йылдан үткәрелә һәм район этаптарын, төбәк ярыштарын, дөйөм милли финалды үткәреүҙе үҙ эсенә ала. Сараның маҡсаты — илдә туристик сувенирҙар етештереүҙә, һатыуҙа тәжрибә менән уртаҡлашыу, халыҡ сәнғәтен, һөнәрҙәрен тергеҙеү, ватан туристик сувенирҙар баҙарын үҫтереү өсөн майҙансыҡ булдырыу.
“Башҡортостан тауары” дипломанты исемен 660 етештереүсе алған. Бөгөн республикала 24 меңдән ашыу тауар "Башҡортостан продукты" билдәһе менән магазин кәштәләрендә һатыла.
Фото һәм мәғлүмәт Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.