Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Декабрь 2022, 15:15

Ҡаҙна 209 миллиард һумға тулыланған

Былтырғы менән сағыштырғанда федераль кимәлдә күрһәткес яҡшырған.

Ҡаҙна  209 миллиард һумға тулыланған
Ҡаҙна 209 миллиард һумға тулыланған

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республика Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә үткән оператив кәңәшмәлә урындағы бюджеттарҙың килем өлөшө үтәлешенең яҡынса йомғаҡтары һәм уларҙы тулыландырыуға йүнәлтелгән саралар тикшерелде.

– Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 11 айҙа республиканың йыйылма бюджетына 209 миллиард һум һалым һәм һалым булмаған килем индерелгән. Былтырғы ошо уҡ осорға ҡарата үҫеш 18 процент йәки 32 миллиард һум тәшкил иткән. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, федераль кимәлдә урындағы бюджеттарға керем күләме һәм үҫеш йылдамлығы буйынса позициябыҙ яҡшырҙы, – тине Андрей Назаров.

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе Андрей Агапов республика Башлығының һәм Премьер-министрының күрһәтмәләрен үтәү маҡсатында мөлкәт һалымын түләүҙе тәьмин итеү йәһәтенән сара күрелеүен билдәләне. Уның һөҙөмтәһен DTI комплекслы күрһәткесе менән баһаларға мөмкин. Был күрһәткес бурыстың керемгә нисбәте менән иҫәпләнә.

1 ноябргә республикала DTI күрһәткесе дәүмәле 33,3 процент пункты тәшкил итә. Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда уны 2,5 процентҡа кәметеүгә өлгәшелгән.

– DTI күрһәткесе башлыса муниципаль берәмектәрҙең әүҙемлегенә бәйле. Уны яҡшыртыуҙа муниципаль берәмектәрҙең һалым органдары, министрлыҡтар һәм ведомстволар берлектә күрелгән саралары ҙур әһәмиәткә эйә, – тине Андрей Агапов.

Фекер алышыу һөҙөмтәһендә Премьер-министр урындағы бюджеттарҙың килемен тулыландырыу өсөн тырышлыҡты тупларға ҡушты.

Фото: pravitelstvorb.ru/news

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: