Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Декабрь 2022, 16:23

Ауыл хужалығына 600 миллион һум аҡса бүленәсәк

Был сығымдар инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуға тотоноласаҡ.

Ауыл хужалығына 600 миллион һум аҡса бүленәсәк
Ауыл хужалығына 600 миллион һум аҡса бүленәсәк

Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ентекле итеп һөйләне.

- Рәсәй Президентының күрһәтмәләрен үтәү сиктәрендә “Ашығыс ярҙам” автопаркын яңыртыу һәм мәктәп автобустары һатып алыу дауам итә. Киләһе йыл башында төбәктәргә ике мең самаһы транспорт сараһы киләсәк. Республикабыҙға 14 “ашығыс ярҙам” машинаһы һәм 45 мәктәп автобусы ебәреләсәк. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан һәм Мәғариф һәм фән министрлығынан башҡортостан муниципаль берәмектәренә автомобилдәр таратыуҙы тәьмин итеүҙе һорайым.

Агросәнәғәт комплексына ярҙам итеүгә ҡағылышлы. Киләһе йылдың 1 ғинуарынан малсылыҡ тармағына айырым иғтибар бүленәсәк. Мал алыуға һәм артабан иттән аҙыҡ-түлек етештереүгә киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн субсидия буласаҡ. Был маҡсатҡа барлығы 600 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.

Бынан тыш, федераль проект буйынса программаларҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыусы фермерҙарға ярҙам итеү өсөн 12,6 миллиард һум аҡса тотоноу планлаштырыла, - тип белдерҙе Андрей Назаров.

Рәсәй Хөкүмәте ауыл хужалығы өлкәһендә төбәк инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн һигеҙ миллиард һум самаһы аҡса бүлергә планлаштыра. Аҡса һөт-ит фермаларын, ауыл хужалығы тауарын һәм сеймалды һаҡлау келәттәре, селекция үҙәктәрен төҙөүгә һәм төҙөкләндереүгә киткән сығымдарҙы өлөшләтә ҡаплауға йүнәлтеләсәк. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан 600 миллион һум самаһы аҡса аласаҡ. Андрей Назаров Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығына ошо федераль ярҙам саралары тураһында һәр етештереүсегә, крәҫтиән (фермер) хужалығына, ойошмаға мәғлүмәт биреүҙәрен һораны.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рәсәйҙә үҙенсәлекле тәжрибә башланыуы тураһында ла хәбәр итте. Ул киләһе йыл дауамында тормошҡа ашырыласаҡ. Хәҙер экологик экспертиза талап иткән проекттарҙы тормошҡа ашырыусы инвесторҙар пландар эшләүҙән алып уны сафҡа индереүгә тиклем бөтә этаптарында ла Росприроднадзор идаралығынан кәңәштәр алыу мөмкинлегенән файҙалана аласаҡ. Был йәһәттән Андрей Назаров Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы һәм Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы менән берлектә был яңылыҡты инвесторҙар менән эшләгәндә иҫәпкә алыуҙарын һораны.

Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин “Иң яҡшы муниципаль практика” Бөтә Рәсәй конкурсы иғлан итеү тураһында ҡарар сығарған. Еңеүселәргә 900 миллион һумлыҡ аҡса күсереләсәк. Башҡортостанға был аҡсаның 54 миллион һумы ебәреләсәк. Еңеүселәр иҫәбендә: Йылайыр районының Йылайыр ауыл биләмәһе, Краснокама районының Николо-Березовка ауыл биләмәһе, Салауат районының Миәшәгәр ауыл биләмәһе.

Андрей Назаров район хакимиәт башлыҡтарын ошондай күләмле сараларҙа әүҙемерәк ҡатнашыуҙарын һораны.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: