Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Декабрь 2022, 15:19

Баҙар ҡанундары бөтә нәмәне хәл итә алмай

Социаль-иҡтисади планлаштырыуҙы кире ҡайтарырға кәрәкмәйме икән?

Баҙар ҡанундары бөтә нәмәне хәл итә алмай
Баҙар ҡанундары бөтә нәмәне хәл итә алмай

Социаль-иҡтисади планлаштырыуҙы кире ҡайтарырға кәрәкмәйме икән?

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеүе академияһында үткәрелгән II Мәхмүтов уҡыуҙары тураһында хәбәр иткәйнек инде. Йыйын  сығыштарға бай булды. Шуларҙың береһе – Башҡортостандың Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү буйынса фондының элеккке генераль директоры, хәҙер ошо уҡ Фондтың советнигы Рафаил Вағит улы ҒИБАҘУЛЛИН. Ул бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең төп йүнәлештәре тураһында һөйләне.

Сәбәбе бар ине, әммә...

– Совет заманында төбәктәрҙең социаль-иҡтисади үҫеше киләсәкте планлаштырыуҙың нигеҙе булып тора ине, баҙар иҡтисадына күсеү осоронда бындай күҙаллау артҡы планға күсте, “баҙар бөтәһен дә үҙе хәл итәсәк” тигән тезис өҫтөнлө алды, – тине Рафаил Вағит улы үҙенең сығышында. – Шуныһын да билдәләмәй булмай: бындай йүнәлеш өсөн сәбәп тә бар ине – планлы иҡтисад үҙен аҡламай башланы, уның алымдары халыҡтың ихтыяжын хатта нигеҙ вариантта ла ҡәнәғәтләндерә алмай ине, һөҙәмтәлә 80-се  йылдар аҙағында матди продукцияны карточкалар буйынса бүлгеләү системаһына күсте.

Әммә, ваҡыт күрһәтеүенсә, социаль-иҡтисади планлаштырыуҙың нигеҙ нормаларынан бөтөнләй баш тартыу хата аҙым булып сыҡты, сөнки халыҡтың ихтыяжын иҫәпкә алыу, дәүләттең бурыстарын тормошҡа ашырыу ҡыйынлашты.  Даими үткәрелеп килеүсе һәм хәҙер һәйбәт йолға әүерелә барған “Мәхмүтов уҡыуҙары” конференцияһы дәүләттең иҡтисади һәм социаль эшмәкәрлек йүнәлештәрен ғилми күҙлектән баһалауҙы, улар буйынса фекер алышыуҙы, яңы тәҡдимдәр әҙерләүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Тәҡдимдәр – урындағы үҙидара өсөн

– Социология өлкәһендәге юлымды билдәле совет ғалимы Нариман Абдрахман улы Сабитов етәкселегендә башланым, – тине Рафаил Ғибаҙуллин. – Ул, төбәктәрҙе социаль йәһәттән үҫтереү буйынса төп белгестәрҙең береһе булараҡ, Башҡортостанда социлогия мәктәбенә нигеҙ һалды, планлаштырыу теорияһын бик әүҙем рәүештә тормошта ҡулланыуға индерҙе, ләкин планлы иҡтисадтан баҙар ҡанундарына күсеү осоронда былар барыһы ла кәрәкмәй ине инде...

Башҡортостанда Эшҡыуарҙар хоҡуғын яҡлау вәкиле вазифаһын биләгәндә Рафаил Ғибаҙуллин да социаль-иҡтисади планлаштырыу, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ул саҡтағы Май указдарында ҡаралғанса, өҫтәмә эш урындары һанын 25 миллионға еткереү, ә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын 50 процентҡа арттырыу тураһындағы ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыу өсөн нигеҙ булһын өсөн муниципаль берәмектәрҙе үҫтереү темалары менән әүҙем шөғөлләнде. Беренсе сиратта улар муниципалитеттарҙы үҫтереүгә ҡағыла: ниндәй ресурстар бар , файҙалы ҡаҙылмалар, ауыл хужалығы продукцияһы, һыу ятҡылыҡтары һәм башҡалар) һәм уларҙы нисек файҙаланырға?  Был осраҡта муниципаль берәмекте үҫтереү стандарты тәҡдим ителде, уның нигеҙендә социаль-иҡтисади үҫеш пландары, яңы эш урындары булдырыу, эшҡыуарҙар һәм үҙмәшғүлдәр һанын арттырыу, бөтә кимәлдәге ҡаҙналарға иғәнә күләмен ҙурайтыу һалынған.

Рафаил Ғибаҙуллин әйтеүенсә, был йүнәлеш урындағы власть өсөн үҫеш өсөн тейешле стимул тыуҙыра ала, муниципалитеттарҙағы уңышлы ғәмәлдәр билдәләнә, уларҙың етәкселәре өсөн мотивация булдырыла. “Был осраҡта баҙар механизмы дәүләттең биләмәләрҙе үҫтереү буйынса сәйәсәте менән бергә ҡушыу мөмкинлеге тыуа”, – ти Рафаил Вәғит улы.

Аналитик үҙәк тәҡдимдәр бирә

Башҡортостандың Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү фондында республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы булышлығында Аналитик үҙәк ойошторолған. Ул муниципаль берекмәләрҙәге эшҡыуарлыҡтың иң перспективалы йүнәлештәрен билдәләү, артабан муниципалитеттың социаль-иҡтисади үҫеш картаһын булдырыу буйынса эш алып бара.

Аналитик үҙәктең маҡсаттары һәм бурыстары:

– мәғлүмәт-аналитика күрһәткестәре нигеҙендә мунииципаль берәмектәрҙә “Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү” дәүләт программаһының үтәлешен анализлау;

– муниципаль берәмектә эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең перспективалы йүнәлештәрен (тәбиғи ресурстар, туризм мөмкинлектәре, ауыл хужалығы етештереүе, хужаһыҙ муниципаль мөлкәтте файҙаланыу һәм башҡалар) асыҡлау;

– бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының тәғәйен муниципаль берәмек биләмәһендә тормошҡа ашырыу өсөн тәғәйенләнгән инвестиция-инновация проекттары нигеҙендә “Проекттар банкы” булдырыу. Был бизнес-проекттар менән ҡыҙыҡһына алырлыҡ инвесторҙар йәлеп итеү;

– Башҡортостанда эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн халыҡ-ара тәжрибәне, Рәсәй төбәктәрендәге иң яҡшы ғәмәлде файҙаланыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләү.

“Стоп-факторҙар”ҙы асыҡларға

Рафаил Ғибаҙуллин әйтеүенсә, башҡарылған бөтә был эштәрҙең һөҙөмтәһе республикала эшҡыуарлыҡты үҫтереү нөктәләрен һәм был йүнәлеште тотҡарлаған шарттарҙы (йәғни, стоп-факторҙарҙы) асыҡларға һәм булған ресурстарҙы  (шул иҫәптән – финанс ресурстарын) эшҡыуарлыҡтың иң өмөтлө проекттарына йүнәлтергә ярҙам итә. Был эшмәкәрлектә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һанын, үҙмәшғүлдәрҙе  арттырыу, яңы етештереү һәм эш урындарын ойоштороу ҙа күҙ уңынан ысҡынмаҫа тейеш. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам сараларын камиллаштыра барыу ҙа беҙҙең бурыс булып тора.

– Проект офисы ултырыштарында ҡабул ителгән ҡарарҙарға ярашлы, Аналитик үҙәк бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларының үҫеш динамикаһын һаҡлап ҡалырға һәм республикала бизнес өсөн шарттар уайлы булыуын күҙәтеп барырға ла бурыслы, – ти Рафаил Вәғит улы.

Эшҡыуарлыҡтың үҙ мәктәбе бар

Башҡортостандың Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү фонды эшҡыуарлыҡ менән шөғәлләнеү мәсьәләләре буйынса мәғлүмәт һәм кәңәш биреүҙе лә үҙ өҫтөнә алған.  Бының өсөн Фонд ҡарамағында Эшҡыуарлыҡ мәктәбе ойошторолған. Ул республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының өҫтәмә һөнәри белем биреү ойошмалары исемлегенә индерелгән. Уҡытыу программаларында бөгөнгө эшҡыуарҙар ғына түгел, ә үҙ бизнесын булдырырға хыялланған кешеләр араһанда ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған программалар (“Эшҡыуар әлифбаһы”, “Эшҡыуарлыҡ мәктәбе” һәм башҡалар) бар. Был программаларҙы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” корпорацияһы” акционерҙар йәмғиәте уйлап тапҡан һәм тормошҡа ашыра.

Фонд, заманға ярашлы, интернет-портал аша ла эшҡыуарҙар менән даими бәйләнеш тота, онлайн-кәңәштәр үткәрә, бәләкәй бизнес өсөн “Башҡортостан эшҡыуары” гәзите сығарыла. Шуға күрә эшҡыуарҙар бизнес донъяһы яңылыҡтары менән һәр саҡ таныш. Эшҡыуарлыҡтың абруйын арттырыу маҡсатында Фонд 2019 йылда “Башҡортостан телевидениеһы” телеканалы менән берлектә эшҡыуарҙарҙың һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең республика тарихындағы, уны үҫтереү һәм нығытыуҙағы роле тураһындағы “Төбәк лидерҙары” исемле телевизион тапшырыуҙар циклы ла ойошторҙо. Был эшкә шулай уҡ республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ла йәлеп ителгән.

– Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән төҙөлгән килешеү сиктәрендә үҙмәшғүлдәр һәм эшһеҙ граждандар өсөн бизнес-пландар эшләү ойошторола, – ти Рафаил Ғибаҙуллин. – Эшҡыуарлыҡ мөхитенә яраҡлаша белергә өйрәтәбеҙ, яңы эш башлғандар тағы ла күпмелер ваҡыт күҙәтеү аҫтында була, сөнки ярҙам талап ителеүе лә бар. Шулай уҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының муниципалитеттарҙа үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә хуплау тапҡан проекттарына эксперттар ярҙамы йәлеп итәбеҙ.  Был – республика Хөкүмәте беҙҙең алға ҡуйған мөһим бурыс.

Башҡортостанға юғары технологиялы етештереү ҡеүәттәрен килтертеү, төбәктең инвестиция ылыҡтырыу һәләтен көсәйтеү, яңы эш урындары булдырыу һәм берлектәге предприятиелар ойоштороу маҡсатында Фонд Беларусь Республикаһы менән хеҙмәттәшлек итә. Күптән түгел, мәҫәлән, Беларусь Фәндәр академияһының “БелБиоград” ғилми-технологик паркы менән ошондай эш башланған. Берлектәге проекттар шулай уҡ Татарстандың Машиналар эшләү кластеры менән дә тормошҡа ашырыла.

Былар барыһы ла – республикабыҙҙың Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү буйынса фонд башҡарған ҙур эштең бер өлөшө генә.

Белешмә: Рафаил Вәғит улы Ғибаҙуллин – социология фәндәре докторы, профессор, 60-тан ашыу ғилми хеҙмәт һәм мәҡәләләр авторы. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайының 4-се саҡырылыш депутаты итеп һайланды. Республиканың комсомол һәм профсоюз ойошмаларында, “Когалымнефтегаз” йәмғиәтендә эшләгән, “Лукойл-Уралнефтегаз”, “Роснефтеэкспорт”, “Башкирнефтепродукт”, “Төбәк траст үәге”, “Энергонефтегаз-сервис”, “Стройинвест” инвестиция компанияһы” компанияларын етәкләгән, Башҡортостанда Эшҡыуарҙар хоҡуғын яҡлау вәкиле булған. “Рәсәйҙең нефть һәм газ комплексын үҫтергән өсөн”, “Өфө ҡалаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” миҙалдары һәм башҡа наградалар менән бүләкләнгән.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: