Башҡортостанда тауар һөтөнөң өстән бер өлөшөн һуңғы йылдарҙа инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә төҙөлгән 15 заманса һөт комплексы етештерә. Улар араһында Ҡалтасы районындағы "Победа" малсылыҡ совхозы ла бар, уның нигеҙендә бөгөн малсылыҡ буйынса зона-семинар кәңәшмәһенең ғәмәли өлөшө үтте.
"Хәҙерге һөт-тауар фермалары һөттөң юғары уңышы ғына түгел, малдар өсөн яҡшы шарттар булдырыу, эшселәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуы менән дә айырылып тора. Улар - ауыл хужалығы тармағының киләсәге, тиҙҙән заман менән бергә атлай алмаған хужалыҡтар бөтәсәк. Йәштәр заманса эш урындарына ғына киләсәк. Был беҙҙең бөгөнгө шарттарҙың ысынбарлығы", - тине үҙ сығышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Фәзрахманов.
Республикала һатыу өсөн һөт етештереүҙе 1,2 миллион тоннаға еткереү маҡсаты ҡуйылған, тип билдәләне ул. Бының өсөн кәмендә 20 заманса һөт комплексы төҙөргә кәрәк.
- Бынан бер нисә йыл самаһы элек Йәрмәкәй районында инвесторҙың (ЭкоНива) һөтсөлөк тармағын үрсетеү буйынса иң ҙур инвестиция проектын тиҙ арала тормошҡа ашыра алырына бик аҙҙар ышана ине. Бөгөн "Төньяҡ Нива Башҡортостан" компанияһының һөтсөлөк комплексында 2800 һыйыр бар, уларҙың һәр береһенән көнөнә 40 литрға тиклем һөт һауыла. Бер баш малдан 11 ай эсендә 9,4 мең килограмм һөт һауып алынған", - тине Илшат Фәзрахманов.
Ҡалтасы районында эшләп килгән һөтсөлөк комплексы семинарҙы үткәреү өсөн юҡҡа һайланмаған. "Победа" ауыл хужалығы холдингы 5000 баш тотоуға иҫәпләнгән, ҡаты сыр етештереү заводын һәм Ҡалтасы, Яңауыл райондарында һөт эшкәртеү предприятиеһын үҙгәртеп ҡороуҙы күҙ уңында тотҡан инвестиция проектын тормошҡа ашыра. Йылына 36 мең тонна һөт етештереү ҡеүәтенә эйә булған комплексҡа һалынған инвестицияларҙың дөйөм күләме 2,3 миллиард һум тәшкил итәсәк.
Проект 2018 йылда "Инвестиция сәғәте"ндә ҡатнашты һәм республиканың Инвестиция комитеты хуплауын алды. Ә һөт комплексының беренсе этабында эш башлауға 2020 йылдың мартында "Агрокомплекс" күргәҙмәһе сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров старт бирҙе.
Фотолар Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан алынды.