Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Бөгөн INVESTRB.RU бүлектең һанлаштырылған ҡулланмалы яңыртылған вариантын тәҡдим итә.
«Эшҡыуарҙарҙың бизнес өсөн әҙер ҡулланмаларға инеү уңайлылығы тураһындағы фекере беҙгә уларҙы һанлаштырыу буйынса эште дауам итеүгә йүнәлтте», — тине Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов.
Һәр ҡулланма — тейешле ресурстарға күсеү менән билдәле бер тормош хәле буйынса эҙмә-эҙлекле ғәмәлдәрҙе ентекле тасуирлау. Эшҡыуар бөтә кәрәкле аҙымдарҙы, аңлатмалар менән эш итеү тәртибен, үҙенә кәрәкле документтар исемлеген күрә. Ҡулланманы өйрәнеп, ул мәсьәләне хәл итергә тулыһынса әҙер.
Министр урынбаҫары белдереүенсә, ҡулланма айырым блоктарға бизнес ситуациялары категориялары буйынса бүленә: милек, һатып алыуҙарҙа ҡатнашыу, лицензия, төҙөлөш, технологик бәйләнеш, яңы тармаҡтар урынлаштырыу өсөн махсус биләмәләрҙә резидент статусын раҫлау буйынса ҡулланмалар һәм башҡалар.Әлеге ваҡытта иң популяр биш ҡулланма категорияһы бар: милек, төҙөлөш, дәүләт һатып алыуҙарында ҡатнашыу, лицензия биреү, инженер селтәрҙәре менән технологик бәйләнеш.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың Инвестиция порталы эшҡыуарҙар һәм инвесторҙар өсөн "берҙәм тәҙрә" булып тора. Электрон платформа даими рәүештә бизнес алып барыу уңайлығы өсөн яңы тейешле контент менән яңыртыла. Порталдағы мәғлүмәт эшҡыуарға уның менән эшләү уңайлы булһын өсөн урынлаштырыла, һәм ул һәр һорауға бер сығанаҡта тиерлек яуап бирә ала.
Фото һәм сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте/