Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Декабрь 2022, 10:22

Иртәгә Өфөлә “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2022” форумы асыла

Был сарала өс меңдән ашыу белгес ҡатнашасаҡ.

Иртәгә Өфөлә “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2022” форумы асыла
Иртәгә Өфөлә “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2022” форумы асыла

Ҙур ваҡиға өс меңдән ашыу белгесте – власть вәкилдәрен, эшҡыуарлыҡ йәмғиәттәрен һәм төрлә өлкәләрҙәге эксперттарҙы берләштерәсәк. Форумда 50 -нән ашыу сара үткәреү, федераль һәм 20-нән артыҡ илдән халыҡ-ара кимәлдәге 500-ҙән ашыу спикерҙың сығыш яһауы планлаштырылған.

Фекер алышыу өсөн тәғәйенләнгән темаларҙың береһе – яһалма интеллект технологияларын индереү.  Уға “Башҡортостан Республикаһында “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты сиктәрендә “эффективность.рф” һанлы ҡарарҙар платформаһын индереү” сессияһы арналасаҡ. Сараны Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы менән Мәскәүҙең “Етештереүсәнлектең һанлы технологиялары”  акционерҙар коммерцияға ҡарамаған берекмәһе ойоштора.

Рәсәй Президенты Владимир Путин “Яһалма интеллект донъяһына сәйәхәт”  халыҡ-ара конференцияһында яһалма интеллект технологияларының ошо ун йыллыҡта бөтә тарамҡтарға индерелергә тейеш булыуы тураһында әйткәйне. Был күрһәтмә уңышлы тормошҡа ашырыла бара. Милли проект сиктәрендә, мәҫәлән,   “Һанлы экосистема” булдырылған да инде, ул алдынғы һанлы инструменттарҙы индереү иҫәбенә предприятиеларҙағы процестарҙы камиллаштырыу мөмкинлеге бирә.

Фото: Башҡортостан хөкүмәте сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас в