Иҡтисад
13 Декабрь 2022, 17:45

Мөһим аҙналыҡ иртәгә башлана

Йыл һайын уҙғарылған иҡтисади сара 3000-дән ашыу кешене - дәүләт вәкилдәрен, бизнес-берләшмәләрҙе һәм төрлө өлкәләге эксперттарҙы йыясаҡ.

Мөһим аҙналыҡ иртәгә башланаМөһим аҙналыҡ иртәгә башлана
Мөһим аҙналыҡ иртәгә башлана

Иртәгә “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2022” башлана.

Сара сиктәрендә 55 килешеүгә ҡул ҡуйылыр тип фаразлана. Шуларҙың яртыһы - инвестиция буйынса килешеүҙәр. Ҡалғандары мәғариф, сәнәғәт һәм сауҙа өлкәһенә ҡағыла. Һөҙөмтәлә республикала 1,5 яңы эш урыны булдырыласаҡ тип көтөлә.

Инвестицияларҙан килгән аҡса фәнде үҫтереү, технологиялар, мәктәптәр төҙөү, агрокомплектстар булдырыу, полимерҙар етештереү тармағына йүнәлтеләсәк.

Форумдың төп йүнәлештәренең береһе булып АФК “Система” менән Донъя кимәлендәге Евразия ғилми-тикшеренеү һәм белем биреү үҙәгенең студенттар кампусын төҙөү буйынса концессия килешеүенә ҡул ҡуйыу тора. Хәҙерге заман юғары уҡыу йорттары кампустары селтәрен булдырыу буйынса эш Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса атҡарыла, Өфө донъя кимәлендәге университет-ара кампустарҙың тәүге проекттары тормошҡа ашырыласаҡ ҡалалар иҫәбенә инә.

Проектҡа һалынасаҡ инвестицияларҙың күләме — 26,9 миллиард һум, шул иҫәптән объектты төҙөүгә киткән сығымдар 25 миллиард һум булыр тип күҙаллана. Федераль ҡаҙнанан 11,7 миллиард һум аҡса ебәреләсәк. Башҡортостан төбәк маҡсатлы инвестиция программаһы сиктәрендә 3,6 миллиард һум бүлгән. Тағы ла иғтибар үҙәгендә торған проекттарҙың береһе – “Таврос-Агропарк” менән килешеү төҙөү. Агропаркты төҙөүгә 25 миллмиллиард һум аҡса һалынасаҡ, яҡынса 80 эш урыны булдырыласаҡ.

Эре сауҙа объекттары араһында шулай уҡ ике йыл эсендә төбәктә “Фармленд” компанияһының логистика комплексын төҙөүҙе тормошҡа ашырыу өсөн инвестиция проекты әҙерләнә, инвестицияларҙың дөйөм күләме 1,25 миллиард һумға тиклем етә һәм 100 яңы эш урыны булдырыласаҡ. Компания форум сиктәрендә Башҡортостан Хөкүмәте менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөргә ниәтләй.

Халыҡ-ара эшлекле аҙналыҡ сиктәрендә төбәктә ташламалы зоналарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән килешеүҙәргә ҡул ҡуйыласаҡ. Шулай итеп, алдынғы үҫеш биләмәләрен артабан үҫтереү республиканың инвестиция портфелен туғыҙ миллиард һумға тулыландырырға мөмкинлек бирәсәк, "Алға" махсус иҡтисади зонаһындағы проекттарҙың береһендә инвестор 4,5 миллиард һум инвестиция һаласаҡ.

14 декабрҙән 16 декабргә тиклем Өфөлә Халыҡ-ара эш аҙналығы үтәсәк. Йыл һайын уҙғарылған иҡтисади сара 3000-дән ашыу кешене - дәүләт вәкилдәрен, бизнес-берләшмәләрҙе һәм төрлө өлкәләге эксперттарҙы йыясаҡ. Юбилей форумы сиктәрендә 50-нән ашыу эшлекле сара үтәсәк, унда 20-нән күберәк илдән 500-ҙән ашыу федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәге белгестәр сығыш яһаясаҡ.

Фото: "Башинформ".

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас