Башҡортостан Хөкүмәте сайтында хәбәр ителеүенсә, бөгөн, 14 декабрҙә, Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы даирәләрендә Башҡортостан Хөкүмәте, Благовещен районы хакимиәте һәм "Озон Өфө" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында инвестиция ниәттәре тураһында өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Документҡа ярашлы, инвестор элек яңғыраған пландар менән сағыштырғанда капитал һалыуҙар күләмен арттырҙы һәм проектты ғәмәлгә ашырыу ваҡытына төҙәтмә индерҙе.
Килешеүгә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Благовещен районы хакимиәте башлығы Олег Голов һәм "Озон Өфө" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең идара итеү директоры урынбаҫары Владимир Гончаревич ҡул ҡуйҙы. Инвестиция проекты 2024 - 2027 йылдарҙа "Благовещен" йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә Рәсәйҙәге ҙур маркетплейстарҙың береһенең логистик комплексын төҙөүҙе күҙ уңында тота. Һүҙ өҫтәмә хаҡҡа һалым менән 2,5 миллиард һум күләмендә капиталь һалыуҙар йәлеп итеү һәм 850 яңы эш урыны булдырыу тураһында бара.
Комплекс биләмәһендә тауарҙарҙы ҡабул итеү, һаҡлау, төрөү, заказдар йыйыу, тейәп оҙатыу һәм башҡа хеҙмәттәр ойоштороласаҡ. Билдәле булыуынса, "Озон Өфө" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2022 йылдың 11 февралендә йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары реестрына индерелгән.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.