Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Декабрь 2022, 14:00

Андрей Назаровтың олатаһы кем булған?

Премьер-министр Өфөлә эшҡыуарлыҡ музейы булдырырға тәҡдим итте. 

Андрей Назаровтың олатаһы кем булған?
Андрей Назаровтың олатаһы кем булған?

Халыҡ-ара бизнес аҙналығы саҡ башланды, ә ул әленән үк креатив идеялар һәм инициативалар тыуҙыра. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров күргәҙмәлә йөрөгәндә Ғаилә эшҡыуарлығына ярҙам итеү үҙәге майҙансығында Өфөлә эшҡыуарлыҡ музейын булдырырға тәҡдим итте.

– Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген популярлаштырырға кәрәк. Беҙ альманах яҙҙыҡ, хәҙер музей ҙа кәрәк. Уны нисек яҡшыраҡ һәм тиҙерәк эшләүҙе тикшереү һәм хәл итеү зарур, – тине Андрей Назаров.

Шулай уҡ Премьер-министр үҙенең ғаиләһе тарихы тураһында ла һөйләне.

– Атай-әсәйем Йылайырҙа тыуған һәм яңыраҡ ҡына минең өсөн шәжәрә төҙөп бирҙеләр. Уны өйрәнгәс, ике туған олатайымдың һуғышта бик етди яраланғанын белдем: ярсыҡ уның ярты битен ғәрипләгән. Ҡайтҡас, Йылайырҙа урман сәнәғәте хужалығы ойоштора. Ә мин һәр ваҡыт уны дәүләт урман сәнәғәте хужалығы тип уйланым. Күп йылдар дауамында был урман сәнәғәте хужалығын ике туған олатайым етәкләне, ә минең үҙемдең олатайым унда эшләне, – тип уртаҡлашты Андрей Назаров.

Белешмә өсөн:

14-16 декабрҙә Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы үтә. Йыл һайын үткәрелеүсе иҡтисади сара өс меңдән ашыу кешене - власть, бизнес-берләшмә вәкилдәрен һәм төрлө өлкә белгестәрен берләштерәсәк. Юбилей форумы даирәләрендә 50-нән ашыу эшлекле сара ойошторола, унда 20-нән ашыу илдән 500-ҙән ашыу федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәге спикер сығыш яһай. “Башҡортостан сода компанияһы” акционерҙар йәмғиәте һәм “Башкирэнерго” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте форумдың стратегик партнерҙары булып сығыш яһай.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: