Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Декабрь 2022, 15:50

Андрей Пилипенкоға – Салауат Юлаев ордены

Радий Хәбиров “Башҡортостан сода компанияһы”ның директорҙар советы рәйесе Андрей Пилипенко менән осрашты.

Андрей Пилипенкоға – Салауат Юлаев ордены
Андрей Пилипенкоға – Салауат Юлаев ордены

Бөгөн Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Башҡортостан сода компанияһы”ның директорҙар советы рәйесе Андрей Пилипенко менән осрашты.

“Башҡортостан сода компанияһы” республиканың иң мөһим һәм ышаныслы партнерҙарының береһе булып тора, тип билдәләне төбәк етәксеһе һәм компанияға Донбасс төбәктәренә һәм хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙам күрһәтеү өсөн гуманитар ылау ойоштороуҙа ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡуйған бөтә бурыстар – предприятиены яңыртыу, экологик зыянды бөтөрөү һәм, әлбиттә, яңы сеймал сығанаҡтарын эҙләү – үтәлер, тип ышанабыҙ. Тышҡы сәйәси конъюнктура үҙгәреүе аңлашыла, ләкин үҙ-ара эш итеүебеҙ туҡтамаҫҡа тейеш, – тине Радий Хәбиров.

Андрей Пилипенко Башҡортостан етәкселегенә күп йыллыҡ хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул, Башҡортостан сода компанияһы һәр ваҡыт социаль йүнәлештәге компания булды, һәм республикаға ярҙам итеү – өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе, тип билдәләне. Шулай уҡ хеҙмәт коллективы производство ҡеүәттәрен яңыртыу һәм тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоно кәметеү буйынса эш алып бара. Атап әйткәндә, һүҙ шлам туплағыстарҙы рекультивациялау тураһында. Бының өсөн компания Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт менән берлектә экологик сараларҙың юл картаһын әҙерләгән, шул иҫәптән Стәрлетамаҡтағы майҙансыҡтарҙа.

Осрашыу һуңында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров компанияның төбәктең химия сәнәғәтен үҫтереүҙәге мөһим ролен билдәләне һәм Андрей Пилипенконы Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: