Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Декабрь 2022, 14:50

Бөгөн беҙҙең ике төп бурысыбыҙ бар

“Башҡортостан сода компанияһы яугирҙәргә лә ярҙам итә”, – тине Радий Хәбиров.

Бөгөн беҙҙең ике төп бурысыбыҙ бар
Бөгөн беҙҙең ике төп бурысыбыҙ бар

“Башҡортостан сода компанияһы социаль һәм хәйриә эштәре менән дә әүҙем шөғөлләнә. Ул беҙҙең хосписты төҙөүҙе тамамлай, Донецк һәм Луганск республикаларына гуманитар ярҙамды йыш оҙата, бөгөн иһә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам итә. Ошо компанияға, “Башнефть” һәм беҙҙең яугирҙәрҙе, уларҙың ғаиләләрен ярҙамдан ташламаған башҡа предприятиеларға ла рәхмәт белдерәм. Беҙҙең бөгөнгө ике төп бурыс – иҡтисадтың тотороҡлолоғо һәм Тыуған илде һаҡлаусыларҙың ғаиләләренә ярҙам”, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Халыҡ-ара бизнес аҙнылығы-2022” форумында сығыш яһап.

Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының Химик-технологик комплексы департаменты директоры Михаил Юрин билдәләүенсә, Башҡортостан сода компанияһы илдең химия сәнәғәтенең флагманы булып тора. Химия тармағы үҫешә һәм уның продукцияһын ҡулланыу ҙа арта бара. Эшкәртеү тармағында химия комплексының өлөшө хәҙер 13 процент тәшкил итә, шул уҡ ваҡытта импорттың өлөшө 35,1 процентҡа кәмегән.

“Башҡортостан сода компанияһы” йәмғиәтенең генераль директоры Эдуард Давыдов ошо предприятиеның төп инвестиция проекттары тураһында һөйләне.

 Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: