Бизнес-шәрифтәр, йәғни муниципалитет башлыҡтарының иҡтисад, инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре буйынса урынбаҫарҙарының был уҡыуы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә ойошторолдо. Унда хакимиәт башлыҡтары урынбаҫарҙарына контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеге тураһындағы ҡануниәттәге үҙгәрештәр тураһында һөйләнеләр.
Профвизиттар темаһы эшлекле уйын рәүешендә үткәрелде. Унда белгестәр бизнесты башлаусылар ролендә эшҡыуарлыҡты алып барыу экологияһына баһа бирҙе.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыуға быйыл республикала 644,5 миллион һум, шул иҫәптән федераль ҡаҙнанан 599,4 миллион һум бүлеү ҡаралған.
Ил Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының 2024 йылға төп маҡсаты – бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә мәшғүл булғандарҙың һанын Рәсәй буйынса - 25 миллионға һәм Башҡортостан буйынса 506,8 мең кешегә еткереү.
Фото: “Башинформ”.