Өфөләге “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2022” форумының күргәҙмәләре ошо йыйынға килгәндәрҙе яңы техник өлгөләре менән йәлеп итә һәм хатта һоҡландыра.
Бөгөн ундағы экспонаттарҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров та ҡараны. Ул айырыуса республиканың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы ойошторған пилотһыҙ осоу аппараттары һәм роботлаштырылған технологиялар күргәҙмәһен оҙаҡлап ҡараны. Был ҡорамалдарҙы Өфөләге “ITR” компанияһы етештерә. Дельтапландарҙың бәләкәй һәм уртаса булғандары ла, бәләкәй самолетты хәтерләткән бик ҙурҙары ла бар.
“Был аппараттар алыҫ араға оса алыу һәләте менән айырылып тора. Улар тулыһынса – һәр шөрөбөнән алып осорға һәләтле әҙер тауарға тиклем – Өфөләге үҙебеҙҙең ошо майҙансыҡта етештерелә”, – ти сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Денис Гурков.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.