Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Декабрь 2022, 13:45

Үҫеш нөктәләре асыҡ билдәле

“Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2022” форумында бөгөн 20-ләп секция эшләй.

“Иҡтисадтағы яңы үҫеш нөктәләре: инвестиция циклын кәметеүҙәге уртаҡ технологиялар” секцияһында, был сара ҙур залда үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, халыҡ бик күп ине, һуңлабыраҡ килгәндәр баҫып торорға мәжбүр булды.

Рәсәй иҡтисади үҫеш министрлығының Хеҙмәт етештереүсәнлеге, капитал һалыуҙарҙы яҡлау һәм дәртләндереү департаменты директоры Александр Молодцов хәҙерге заманда инвестиция йәлеп итеүҙең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Шуныһы иғтибарҙы йәлеп итә: форумда һанлы технологиялар киң ҡулланылды – Молодцов, мәҫәлән, Өфөлә йыйылған белгестәргә был лекцияһын Мәскәү урамында автомобилдә китеп барған минуттарҙа һөйләне.

“Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фонды 2017 йылда ойошторолғайны, ошо осорҙа беҙ сәнәғәт предприятиеларына 129,4 миллион һумлыҡ 50 грант бирҙек”, – тине Фонд менеджеры Вадим Шәрипов үҙенең сығышында.

Секция эшендә ҡатнашҡан белгестәрҙең сығыштары шулай уҡ предприятиеларҙың “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса тәжрибәһе, етештереүҙе планлаштырыу системаһындағы үҙгәрештәр, бөгөнгө дәүләт ярҙамы саралары, уҡытыу-етештереү программалары һәм башҡа темаларға арналғайны.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: