14 декабрҙә журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 14-16 декабрҙә Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығының тәүге көнөнөң төп ваҡиғалары хаҡында һөйләне.
Хәбәрсе: "Башҡортостан сода компанияһының республика сәнәғәтен үҫтереүгә индергән өлөшөн нисек баһалайһығыҙ? Экологик зыянды бөтөрөү һәм яңы сеймал сығанаҡтарын эҙләү буйынса ил Президенты ҡуйған бурыстар нисек үтәлә?"
Радий Хәбиров: "Башҡортостан сода компанияһы - беҙҙең етди, ышаныслы партнерыбыҙ. Был - 50 миллиард һумлыҡ табыш алған ҙур предприятие, унда һигеҙ меңдән ашыу кеше эшләй. Компания етәкселәренә үҙ өҫтөнә алған бурыстарҙы үтәгәндәре өсөн рәхмәтлебеҙ. Һүҙ тупланған экологик зыянды бөтөрөү хаҡында бара. Проект эше башланған да инде. Бер нисә тиҫтә йыл элек төҙөлгән предприятие яңыртыуҙы талап итә. Ошо йәһәттән дә 80 миллиард һумдан ашыу суммаға инвестиция проекттары пакеты бар.
Һис шикһеҙ, Башҡортостан сода компанияһына республикаға күрһәткән ярҙамы өсөн рәхмәтлебеҙ. Уның байтаҡ өлөшө беҙҙең хәрбиҙәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Бының өсөн предприятиеға ҙур рәхмәт!"
Хәбәрсе: "Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сиктәрендә республика "Эталон" төркөмө менән Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын төҙөү буйынса концессия килешеүенә ҡул ҡуйҙы. Был документ нимә бирә?"
Радий Хәбиров: "Концессия килешеүе ҙур эштең элементы булып тора. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте билдәләгән кампустар төҙөү идеяһы бюджеттан тыш средстволарҙың мотлаҡ ҡатнашыуын күҙ уңында тота. Өфө кампусына төп, йәғни 12 миллиард һумлыҡ грант федераль бюджеттан бүленгән дә инде. Беҙгә үҙебеҙгә аҡса табырға кәрәк ине. Был сумма ҙур түгел - дүрт йылға 3,6 миллиард һум.
Шулай уҡ концессия килешеүе сиктәрендә бюджеттан тыш аҡса һалған партнерҙы билдәләү мөһим ине. Шуға күрә беҙ "Эталон" менән килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Асылда, был документ төҙөлөшкә тотонор өсөн һуңғы юридик эш булып тора. Беренсе сиратҡа килгәндә иһә, ҡайһы бер эштәр башҡарыла ла инде. Беҙгә IQ-паркты 2023 йылдың декабрендә файҙаланыуға тапшырырға кәрәк. Килешеүгә ҡул ҡуйғандан һуң проекттың икенсе сираты өҫтөндә эш башлана. 2023 йылдың аҙағында йәки 2024 йылда кампустың төп блогын төҙөй башлау өсөн хәҙер проектлауға күсергә кәрәк".
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан.