Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Декабрь 2022, 10:30

Оло йыйынды “гранд-секция" асты

Бөгөн Өфөләге “Торатау” конресс-холында “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2022” эшен башланы.

Алты секцияның ултырыштары форумды асыу тантанаһы алдынан уҡ үткәрелде: "Инновация технологиялары өлкәһендәге проекттарға ярҙам итеү программаһы", "Сәнәғәт проекттарын финанслау мөмкинлеге", "Башҡортостан сода компанияһы"ның ябыҡ режимдағы ултырышы, “Эксперименталь хоҡуҡи режим индереү” сессияһының исем туйы, "Сәнәғәт кластерҙары һәм сәнәғәт парктары механизмдары ярҙамында сәнәғәттәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу", “Көрсөктәге үҫеш: бурыстар, талаптар, ҡарарҙар” Бөтә Рәсәй ғаилә советының күсмә ултырышы.

Ҙур ваҡиға өс меңдән ашыу белгесте – власть вәкилдәрен, эшҡыуарлыҡ йәмғиәттәрен һәм төрлө өлкәләрҙәге эксперттарҙы берләштерәсәк. Форумда 50 -нән ашыу сара үткәреү, федераль һәм 20-нән артыҡ илдән халыҡ-ара кимәлдәге 500-ҙән ашыу спикерҙың сығыш яһауы планлаштырылған.  

Әлеге мәлдә. “Башҡортостан сода компанияһы – Рәсәйҙең химия сәнәғәтен үҫтереү флагманы” тигән гранд-секция ишектәрен асты.  Башҡа секциялар ҙа эшен башларға йыйына. Форумды тантаналы асыу ваҡиғаһы “Торатау” конгресс-холының беренсе ҡатында уҙғарыласаҡ.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: