Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Декабрь 2022, 12:55

Радий Хәбиров: "Уңышлы эш теләйем!"

Өфөлә рәсми рәүештә "Халыҡ-ара бизнес аҙналығы" форумы асылды. 

Радий Хәбиров: "Уңышлы эш теләйем!"
Радий Хәбиров: "Уңышлы эш теләйем!"

Бөгөн Башҡортостанда эшҡыуарлыҡ һәм инсвестиция донъяһы өсөн мөһим ваҡиға – “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы” форумы башланды. Йыл һайын үткәрелеүсе иҡтисади ваҡиға быйыл өс меңдән ашыу кешене - власть, бизнес-берләшмә вәкилдәрен һәм төрлө өлкә белгестәрен берләштерҙе. Юбилей форумында 50-нән ашыу эшлекле сара ойошторола, унда 20-нән ашыу илдән 500-ҙән ашыу федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәге спикер сығыш яһар тип көтөлә.

Өс көн барасаҡ сараны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров асты.

– Былтыр беҙҙең форумдың партнеры Ҡаҙағстан ине. Ошо матур йоланы дауам итәбеҙ, быйыл форумдың партнеры – Беларусь. Был илдәр менән иң һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итәбеҙ һәм стратегик яҡтан бәйләнештәр үҫешә. Бергәләп бик күп мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ. Сит илдәге коллегаларыбыҙҙы сәләмләйем, улар еңел булмаған һайлау яһаған - беҙҙең менән бергә. Бөгөн Өфөлә донъяның 20 иленән вәкилдәр бар.

Республикабыҙ сәнәғәте флагмандарына рәхмәт әйткем килә. “Башнефть”, “Газпром”, Башҡортостан сода компанияһы, "Ростех" предприятиеларының һөҙөмтәле эшенән тыш республика бындай уңыш ҡаҙана алмаҫ ине. Ошо йылдар эсендә беҙ һөҙөмтәле эшләүебеҙҙе, һүҙҙә тора белеүебеҙҙе раҫлай алдыҡ, тип ышанам. Бизнес аҙналығы бөтәһе өсөн дә файҙалы булыр тип уйлайым, – тине Радий Хәбиров.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: