Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Декабрь 2022, 16:40

Тағы ла 25 мең йортҡа газ үткәреләсәк

Башҡортостан Хөкүмәтендә халыҡты һәм предприятиеларҙы газ менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрелде.

Тағы ла 25 мең йортҡа газ үткәреләсәк
Тағы ла 25 мең йортҡа газ үткәреләсәк

Рәсәй Президенты Владимир Путин шәхси торлаҡ йорттарҙы, медицина һәм белем биреү ойошмаларына газ үткәреүҙе тамамларға ҡушты. Был мәсьәләне хәл иткәндә айырым ҡатлам граждандарға газ ҡорамалдары алыуға һәм уларҙың биләмәһе эсендә газ үткәреү өсөн түләүгә субсидия биреү талап ителә.

“Бөгөнгә Башҡортостанда 1,4 миллион йортҡа һәм фатирға газ үткәрелгән. Газ менән тәьмин итеү кимәле республикала 84,7 процент тәшкил итә, ә Рәсәй буйынса был күрһәткес – 71,4 процент. Газ селтәрен йорт яны биләмәлере сигенә саҡлы түләүһеҙ үткәреү былтыр башланғайны. Газ үткәреү эшен дауам итеү әлеге кимәлде 2025 йылға тағы ла 3,5 процентҡа арттырыу мөмкинлеген бирә”, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Хөкүмәт етәксеһе билдәләүенсә, һуңғы арала киң ойоштороу эше үткәрелгән, газ үткәреүҙе тамамлауҙың план-графигы раҫланған. Программаға ярашлы, 2025 йылға тиклем 25 мең йортҡа һәм 277 ҡаҙанлыҡҡа зәңгәр яғыулыҡ бирелә башлаясаҡ.

“Төҙөлөш һәм архитектура министрлығына Һаулыҡ һаҡлау һәм Мәғариф министрлыҡтары менән берлектә быйылғы 28 декабргә саҡлы социаь объекттарға газ үткәреүҙең план-графигын эшләргә, ә киләһе йылдың 16 ғинуарына тиклем газ үткәреүҙе финанслау күләменең иҫәп-хисабын әҙерләп бирергә кәрәк”, – тине Андрей Назаров.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: