Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән:
“Беҙ Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын төҙөй башлау өсөн әҙерлек этаптарын тамамланыҡ. 2019 йылда ил Президенты Владимир Путинға кампус төҙөлөшөнә булышлыҡ итеү үтенесе менән мөрәжәғәт иттем. Ул хупланы. Беҙ конкурста ҡатнашыу, финанслау сығанаҡтарын билдәләү буйынса ҡатмарлы юл үттек. Рәсәй Федерацияһы бюджетына бының өсөн 11,7 миллиард һум һалыныуы бик мөһим. Кампусты концессия шарттарында төҙөйбөҙ, уға партнер табырға кәрәк ине. Хәҙер был мәсьәлә лә хәл ителде, артабан проектты "Эталон" төркөмө менән бергә үҫтерәсәкбеҙ.
Беҙҙең кампус бик уңайлы һәм матур урында - Ағиҙел йылғаһының көньяҡ битләүендә, Өфөнөң тарихи үҙәгендә буласаҡ. Уның концепцияһы - ятаҡ ҡына түгел. Был урын Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге ҙур фәнни үҙәккә әүереләсәк. Бында уҡырға, эшләргә, фән, спорт менән шөғөлләнергә мөмкин буласаҡ. Кампус төҙөлөшөн ике этапҡа бүләсәкбеҙ. Тәүгеһен, Мәжит Ғафури исемендәге паркты, 2023 йылдың декабрендә файҙаланыуға тапшырырға уйлайбыҙ. Икенсе сираты - 2026 йылға. Барығыҙҙы ла ҡотлайым! Был ҙур етди проект - фәнебеҙ һәм юғары мәктәбебеҙ өсөн яңы үҫеш векторы, яңы етди нигеҙ”.
Фото: Башҡортостан Башлығының сәхифәһе.