“Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2022” форумында “Алға, Башҡортостан!” әүҙем инвесторҙар клубының ултырышы уҙғарылды.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров алып барған был сарала ведомстволар етәкселәре, сит ил ҡунаҡтары һәм ҙур предприятиелар вәкилдәре ҡатнашты.
Андрей Назаров барыһына ла маҡсатҡа ярашлы булғандары һәм Башҡортостан менән эште дауам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
“Бөгөн “Башнефть”, “Газпром Нефтехим Салауат”, “Полиэф” кеүек ҙур сәнәғәт компнияларының республиканың иҡтисади үҫешенә индергән өлөшөн билдәләп үтеү айырыуса мөһим. Беҙҙең предприятиеларға ярҙамды дауам итеү маҡсатында электән килгән һалым ташламаларын һаҡлап ҡалдыҡ һәм яңыларын индерҙек”, – тине Премьер-министр.
Ул билдәләп үткәнсә, әлеге мәлдә “Алға” махсус иҡтисади зонаһының 13 резиденты дөйөм суммаһы 40 миллиард һум самаһы булған проекттарҙы тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләй. Республикалағы ошондай зоналарҙа 125 компания 50 миллиард һум самаһы тотонорға һәм 10 меңдән ашыу яңы эш урындары асырға йыйына. Шулай уҡ Башҡортостанда 12 индустриаль парк һәм 18 технопарк бар. Республиканың авиация һәм сәнәғәт кластерҙары федераль исемлеккә индерелгән.
Ултырышта “Инвестициялар: заман талаптары һәм яңы мөмкинлектәр” тигән доклад менән республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов сығыш яһаны. Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяевтың сығышы сәнәғәткә инвестициялар һалыуға һәм яңы үҫеш нөктәләренә арналғайны.
“2022 йыл йомғаҡтарына ярашлы, ауыл хужалығына инвестиция кәмендә 15 миллиард һум тәшкил итәсәк, был иһә үткән йылғы күрһәткестән 36 процентҡа юғарыраҡ”, - тине вице-премьер, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов үҙенең докладында.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.