Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Декабрь 2022, 23:15

Һалым түләүҙә тәртип булһын өсөн

Андрей Назаров “Йыл һалым түләүсеһе” республика конкурсы еңеүселәрен тәбрикләне.

Һалым түләүҙә тәртип булһын өсөн
Һалым түләүҙә тәртип булһын өсөн

15 декабрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Йыл һалым түләүсеһе” конкурсы еңеүселәрен ҡотлау тантанаһында ҡатнашты. Сара “Торатау” конгресс-холында Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы майҙансығында барҙы.

Премьер-министр үҙенең сығышында был конкурстың Башҡортостан Башлығы указы менән раҫланыуын һәм дүртенсе тапҡыр уҙғарылыуын билдәләне. Уның төп маҡсаты – юғары кимәлдәге һалым тәртибе, шулай уҡ эшҡыуарлыҡты асыҡ алып барыуҙары менән айырылып торған ойошмаларҙы билдәләү. Рәсәй төбәктәре араһында ошондай конкурс тағы Свердловск өлкәһендә уҙғарыла.

Сара һуңында “Йыл һалым түләүсеһе” республика конкурсы лауреаттары Премьер-министр ҡулынан наградалар алды.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: