Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Декабрь 2022, 08:00

Ат менән бесән ташып көн күргән ауылдар әле лә бар...

Шул күренеште күргәс, бала саҡ иҫкә төштө.

Ат менән бесән ташып көн күргән ауылдар әле лә бар...
Ат менән бесән ташып көн күргән ауылдар әле лә бар...

Бөгөн – техника заманы. Күптәр инде салғы тотоуҙы онотто, йәштәр өсөн ул - бөтөнләй ят күренеш. Бесәнде трактор ярҙамында әҙерләп алабыҙ.

Шул уҡ ваҡытта Белорет районының ҡайһы бер ауылдарында, бигерәк тә Инйәр төбәгендә әле лә ҡул менән сабып бесән әҙерләйҙәр. Сана юлы һалынғас, уны ат менән ташыйҙар.

Яңыраҡ Бирҙеғол ауылында шундай күренеште фотоға төшөрөп, “Бәйләнештә” социаль селтәренә һалдылар. Шул мәлде күргәс, бала саҡ иҫкә төштө. Атайым да бер мәл шулай итеп бесән ташып ала торғайны, аҙаҡ трактор һатып алды.

Йәшәйем тигән кеше шулай тырыша инде ул: яйын да, әмәлен дә таба. Тауҙар донъяһында көн күргән яҡташтарымдың ошо тырышлығы һәр саҡ һоҡланыу тыуҙыра. Урман туйындыра, һыйындыра, әммә тырыштар ғына ундағы шарттарҙа (урман араһында, тау биттәрендә бесән әҙерләп) йәшәй ала.

Инйәр яғында яландар булмағас, колхоз да булманы, ярай әле беҙҙең Ағиҙел буйында баҫыуҙар бар, кеше техника ҡулланып донъя көтә.

Һеҙҙә лә ат менән, ошолай сананы файҙаланып бесән ташыйҙармы?

Фото: vk.com.

Ат менән бесән ташып көн күргән ауылдар әле лә бар...
Ат менән бесән ташып көн күргән ауылдар әле лә бар...
Ат менән бесән ташып көн күргән ауылдар әле лә бар...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: