Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә ауылға һәм ауыл иҡтисадына ҙур иғтибар бүлде.
– Ауыл – беҙҙең ғорурлығыбыҙ, тамырҙарыбыҙ. Һәм беҙ ауыл халҡы тураһында хәстәрлек күрергә тейешбеҙ. Улар беҙҙән йәшәйештә уңайлы шарттар булдырыуҙы ғәҙел талап итә. Йыл һайын ауылдарҙы төҙөкләндереүгә 1,5 миллиард һум аҡса бүләбеҙ. Республика ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү федераль программаһын тормошҡа ашырыу буйынса лидерҙар иҫәбенә инә, – тине Радий Фәрит улы.
2018 йылда ауыл урамдарын яҡтыртыу буйынса программаны ауыл халҡы бик йылы ҡабул иткәйне. Ул саҡта үҙәк урамдарҙы яҡтыртыу бурысы ҡуйылғайны.
“Үкенескә күрә, беҙ программаны ковид дәүерендә ябып торҙоҡ, әммә почтамда кешеләрҙән ошо темаға кире ҡайтыуҙы һораған мөрәжәғәттәр күп. Киләһе йылдан Хөкүмәткә ошо маҡсатҡа 300 миллион һумдан күберәк аҡса йүнәлтеү, муниципалитеттар менән берлектә мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына, поликлиникаларға һәм дауаханаларға, шулай уҡ парктарға һәм йәмәғәт киңлектәренә юлдарҙы яҡтыртыу бурысын йөкмәтәм. Беҙ – ауыл ипотекаһы күләме буйынса илдә алдынғы. Һуңғы ике йылда республикала 11 миллиард һумдан ашыулыҡ алты мең самаһы кредит бирелгән", - тине республика етәксеһе.
Радий Хәбиров Башҡортостандың ауыл хужалығы эшмәкәрҙәренә айырым рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.
– Быйыл улар фиҙакәр эшләне. 10 айҙа ауыл хужалығы продукцияһының 25 процентҡа тиерлек артыуын тәьмин иттек, уның экспорт күләмен һаҡлап ҡалдыҡ. Үҙебеҙҙең 30 йыл элекке рекордты үтеп, биш миллион тоннанан ашыу иген йыйып алынды, – тине Радий Хәбиров. – Ғөмүмән, дүрт миллион тонна иген уңышы беҙҙең өсөн ғәҙәти ваҡиға булырға тейеш. Ә бер нисә йылдан – биш миллион тонна ла. Был кабинетта ултырып хыялланыу түгел, ә уйланылған пландарыбыҙ. Улар тармаҡты тәрән техник һәм технологик модернизациялауға таяна.
Етәксе белдереүенсә, дүрт йыл эсендә 12 меңдән ашыу берәмек техника һатып алынған. Хәҙер уны, шулай уҡ запас частарҙы, ҡорамалдарҙы, орлоҡтарҙы алмаштырыуға баҫым яһала. Предприятиеларыбыҙ 150-нән ашыу ауыл хужалығы техникаһы төрөн, уға өс мең самаһы деталь сығара, улар сит ил аналогтарын уңышлы алмаштыра.
Малсылар алдында ҙур бурыстар тора. Әле улар ике йылға етерлек мал аҙығы менән тәьмин ителгән. Киләһе йылда Ауырғазы, Илеш, Дыуан, Йәрмәкәй райондарында эшләй башлаясаҡ ҙур проекттар етештереүгә етди үҫеш бирәсәк.
– Ауыл хужалығы ерҙәре, ауыл хужалығы продукцияһы бөгөн стратегик ресурсҡа әүерелә. Республикала һаман да хужаһыҙ буш ятҡан ерҙәрҙең булыуы дөрөҫ түгел. Ҡайһы бер райондарҙа буш ятҡан ерҙәр ҡалманы тиерлек, әммә шул уҡ ваҡытта бихисап участкалар һөҙөмтәһеҙ файҙаланыла. Республика Хөкүмәтенә Россельхознадзор һәм Росреестр менән берлектә киләһе йылда ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә инвентаризация үткәреү бурысын йөкмәтәм. Уларҙы ауыл хужалығы продукцияһын етештереү өсөн әйләнешкә индереү буйынса эште ойошторорға кәрәк. 2024 йылға файҙаланылмаған бер гектар ер ҙә ҡалмаҫҡа тейеш", – тине Радий Хәбиров.
Уның һүҙҙәренсә, тағы ла бер проблема – ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү.
“Беҙҙең тағы ла бер проблема бар. Беҙ мул уңыш йыябыҙ, ит һәм һөт буйынса иң яҡшы урындар биләйбеҙ, әммә шул уҡ ваҡытта аҙ эшкәртәбеҙ. Аҙыҡ-түлек сәнәғәтен үҫтереү буйынса программа буйынса әүҙемерәк шөғөлләнергә кәрәк. Быйыл беҙ был тармаҡ предприятиеларына 200 миллион һум самаһы суммаға ярҙам иттек. Шунлыҡтан шәкәр етештереүҙе – ике тапҡырға тиерлек, ит продукцияһын өстән бер өлөшкә арттырыуға өлгәштек. Көнбағыш майы менән беҙ ихтыяждан ете тапҡырға күберәк тәьмин ителгәнбеҙ. Шуға ҡарамаҫтан, әлегә – Волга буйы федераль округында бишенсе генә урыындабыҙ. Республика Хөкүмәтенә эшкәртеүсе производстволарҙы артабан үҫтереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушам”, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башинформ.