Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Декабрь 2022, 17:10

Эшҡыуарҙар санкцияларға ҡаршы!

“Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2022” форумында “Өфө диалогы” үткәрелде.

Эшҡыуарҙар санкцияларға ҡаршы!
Эшҡыуарҙар санкцияларға ҡаршы!

“Өфө диалогы: санкциялар манипуляцияһы һөҙөмтәһендә иҡтисади үҫеш” тип аталған был сара ошо форумдың иң ҙур ваҡиғаһына әйләнде. Унда Башҡортостандың, Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең күп эксперттары “Торатау” конгресс-холында офлайн йәки ситтән тороп ҡатнашты.

Исеменән үк аңлашылыуынса, Рәсәй һәм Башҡортостан иҡтисады тарихта бығаса булмаған көслө санкциялар баҫымы аҫтында ла тотороҡлолоғон һаҡлап ҡына ҡалманы, ә үҫеүен дауам итте. Ә бит Көнбайыш Европа һәм АҠШ иғлан иткән санкциялар һаны 13 меңдән ашты, шуларҙың 10 меңе улар тарафынан быйыл иғлан ителгән!

Ошо түңәрәк өҫтәлде алып барған Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, улар иҫәп тотҡан “блицкриг” барып сыҡманы. Рәсәйҙең федераль ҡаҙнаһы һуңғы йылда 10, ә Башҡортостандыҡы 18 процентҡа ҙурайған, Башҡортостандың экспорт күләме былтырғы менән сағыштырғанда 17,8 процентҡа артҡан.  Әлеге мәлдә беҙҙең республика 113 ил менән иҡтисади хеҙмәттәшлек итә, ошо бәйләнештәрҙең 70 проценты 10 илгә тура килә (Ҡытай, Ҡаҙағстан, Төркиә, Сәғүд Ғәрәбстаны һәм башҡалар).

“Быйыл биш миллион тонна иген уңышы алдыҡ, бындай күрһәткес 30 йыл элек булғайны. Был иһә беҙҙең ауыл хужалығының да үҫә барыуына асыҡ дәлил”, – тине Андрей Назаров.

Премьер-министр билдәләүенсә, хәҙер Рәсәй иҡтисади хеҙмәттәшлектә Европанан Азияға табан борола. “Азия илдәре менән Рәсәй, Башҡортостан элек тә әүҙем бәйләнештә булды, хәҙер был хеҙмәттәшлекте артабан нығытасаҡбыҙ”, - тине ул.

Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының эшлекле советының башҡарма секретары Сергей Канавский, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Мәғлүмәт һәм матбуғат департаменты директоры Мария Захарова, күп кенә сит ил дипломаттары һәм эшҡыуарҙары рус, инглиз, итальян һәм ҡытай телдәрендә Көнбайыш илдәре халҡының санкцияларға ҡарашы үҙгәрә барыуы, улар арҡаһындағы ризаһыҙлыҡтың көсәйеүе турһында һөйләне.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: