Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Декабрь 2022, 22:30

Эшҡыуарлыҡта яңы юлдар эҙләйбеҙ

“Өфө диалогы” халыҡ-ара эшсе төркөмөнөң тәүге ултырышы үтте.

Эшҡыуарлыҡта яңы юлдар эҙләйбеҙ
Эшҡыуарлыҡта яңы юлдар эҙләйбеҙ

15 декабрҙә Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә “Өфө диалогы” халыҡ-ара эшсе төркөмөнөң тәүге ултырышы уҙғарылды.

Төрлө илдәрҙән власть һәм бизнес вәкилдәре санкцияларҙың, минимизацияның эҙемтәләрен, иҡтисадҡа йоғонтоһон тикшерҙе.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры билдәләүенсә, бөгөн Рәсәйгә ҡаршы 13 меңләп санкция индерелгән, уларҙың ун меңдән ашыуы - йыл башынан. Санкцияның финанс системаһы ныҡлығын боҙмауын, макроиҡтисади тотороҡлолоҡҡа йоғонто яһамауын да белдерҙе Андрей Назаров. Килеп тыуған хәлгә ҡарамаҫтан, федераль ҡаҙна килеме быйыл ун процентҡа юғары һәм 20 триллион һумға етә.

"Республикала бюджет килеме 18 процентҡа тиерлек үҫте. Хәҙер беҙ донъяның 113 иле менән сауҙа–иҡтисади бәйләнеш булдырғанбыҙ. Туғыҙ ай һөҙөмтәләре буйынса тышҡы сауҙа әйләнеше 13,5 процентҡа артты. Ул дүрт миллиард долларға етте тиерлек. Беҙҙең ҙур контрагенттарҙың унау исемлегенә Ҡытай, Ҡаҙағстан, Латвия, Нидерланд, Беларусь, Төркиә, Һиндостан, Финляндия, Германия, Үзбәкстан инә. Тышҡы сауҙа әйләнешенең 70 процентҡа яҡыны уларға тура килә", - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: