Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Декабрь 2022, 13:45

Инвестиция йәлеп итеүҙе кәметмәйәсәкбеҙ

Башҡортостан Башлығы фекеренсә, иң мөһиме, Рәсәй һәм сит ил инвесторҙары Башҡортостанға ышанды. Бында эшләй, ярҙам итә, ышаныслы партнерҙар өсөн бөтә кәрәкле шарттарҙы булдыра алғандарын беләләр.

Инвестиция йәлеп итеүҙе кәметмәйәсәкбеҙ
Инвестиция йәлеп итеүҙе кәметмәйәсәкбеҙ

Башҡортостан Башлығы бөгөн Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда республиканың илдең Инвестиция рейтингында тәүге бишәү иҫәбенә инеүен билдәләне.

“Пандемияның ауыр йылдарында ла, быйыл да иҡтисадҡа капитал һалыуҙарҙы арттырыуҙы дауам итәбеҙ. Һуңғы өс йылда инвестициялар күләме өстән бер өлөшкә тиерлек – 31 процентҡа артҡан. Был бик етди алға китеш. Ябай һандар ғына түгел, ә яңы производстволар һәм эш урындары. Инвестициялар үҫеше тиҙлеген кәметергә хаҡыбыҙ юҡ. Республика Хөкүмәтенә бының өсөн инвесторҙарға яңы ярҙам сараларын әҙерләргә ҡушам”, – тине ул.

Башлыҡ фекеренсә, иң мөһиме, Рәсәй һәм сит ил инвесторҙары Башҡортостанға ышанды. Бында эшләй, ярҙам итә, ышаныслы партнерҙар өсөн бөтә кәрәкле шарттарҙы булдыра алғандарын беләләр.

Уның әйтеүенсә, илдә иң йылдам үҫешеүсе иҡтисади зона тип танылған “Алға”ла инфраструктура булдырыу буйынса әүҙем эш дауам ителәсәк. Ул форсаттан файҙаланып, инвесторҙарҙы проекттары менән “Алға”ға саҡыҙы. Унда әлегә буш ер участкалары ҡалған, тик ашығырға кәрәк, тине.

– Беҙҙең идара итеү командаһы һәр ваҡыт, әгәр бер ишек һәм мөмкинлектәр ябылһа, икенсеһен табабыҙ тигәндән сығып эш итә. Беҙгә санкциялар иғлан иткән илдәр төркөмөнән донъя күпкә ҙурыраҡ. Һәм беҙ яңы партнерҙар эҙләй башланыҡ. Шуға күрә тышҡы сауҙа әйләнеше былтыр – 28 процентҡа, быйыл туғыҙ айҙа 13,5 процентҡа артты. Экспорт юғары тиҙлектә үҫешә, өҫтәүенә сеймал түгел, ә юғары сифатлы продукция, – тине ул.

Радий Фәрит улы белдереүенсә, Башҡортостан Беларусь Республикаһы менән иҡтисади, гуманитар өлкәлә яңыса хеҙмәттәшлек итә башланы. Киләһе йылда республика Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең унынсы форумын ҡабул итәсәк.

– Хөкүмәткә әҙерләнергә һәм был форумды бик юғары кимәлдә үткәреүҙе һорайым. Беҙ әле Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡытай менән эшләйбеҙ. Минеңсә, Көньяҡ-Көнсығыш һәм Алғы Азия илдәре, башҡа күп дәүләттәр менән мөмкинлектәрҙе барлап бөтмәгәнбеҙ. Шуға күрә алда эш күп, яңы төбәктәрҙе асаһы бар, – тине ул. – Шуныһы мөһим: республика партнерлыҡ (Ислам) финанслауы моделен индереү буйынса экспериментта ҡатнашыусы Рәсәйҙең дүрт төбәге иҫәбенә инде. Ислам финанстары принциптарын тормошҡа ашырыу өлкәһендә берлектәге тырышлығыбыҙ хәләл индустрияны үҫтереү, сит ил инвестицияларын йәлеп итеү, дөйөм алғанда иҡтисадты нығытыу өсөн мөһим стимул булдырыр, тип ышанабыҙ. Хөкүмәткә ошо баҙарҙа ҡатнашыусыларҙың үҙ-ара эш итеүен ойоштороу өсөн партнерлыҡ финанслауы буйынса координация советын ойошторорға йөкмәтәм.

Фото: "Башинформ"

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: