Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Декабрь 2022, 11:15

“Көмөш уҡсы” төбәктәрҙең абруйын күтәрә

“Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2022” форумы эшен дауам итә.

“Көмөш уҡсы” төбәктәрҙең абруйын күтәрә
“Көмөш уҡсы” төбәктәрҙең абруйын күтәрә

Оло йыйындың бөгөнгө көнө “Көмөш уҡсы. Геобренд платформаһы: локация, кратив, яуаплылыҡ” тигән ултырыштан башланып китте. Был сараны Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы ойошторған. Шулай уҡ “Көмөш уҡсы” йәмәғәт бәйләнештәрен үҫтереү милли премияһы ярҙамсы ойоштороусы булып тора.

Сығыш яһаусылар теге йәки был илдең һәм төбәктең үҙенә туристар һәм эшҡыуарҙарҙы ылыҡтырыу һәләте, был үҙенсәлекте үҫтереү өсөн нимәләр эшләнеүе тураһында һөйләне. Йәмәғәт бәйләнештәре өлкәһендәге компаниялар-консультанттар ассоциацияһы рәйесе, PR News тикшеренеүҙәр компанияһының генераль директоры Лилиә Глазова “Биләмәләр абруйының драйверҙары” тигән лекцияһында Грузия, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм Әрмәнстан миҫалында ошо илдәрҙең нимәһе туристарҙы һәм эшҡыуарҙарҙы йәлеп итеүе, ә ҡайһы үҙенсәлектәре, киреһенсә, был тарафтарға барыу уйынан кире ҡайтырға мәжбүр итеүе хаҡында сығыш яһаны. Был аңлатмалар, тәбиғи, ентекле тишеренеүҙәр һәм күҙәтеүҙәр нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Эш әле лә дауам итә.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: