XV “Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы” юбилей форумы сиктәрендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров "ТЭФИ-Капитал" Бөтә Рәсәй телевизион премияһы еңеүселәрен тәбрикләне.
Конкурс эшҡыуарҙар һәм бизнес берләшмәләре тормошонан ваҡиғаларҙы яҡтыртҡан телеканалдарҙың һәм журналистарҙың хеҙмәтен дәртләндереүгә йүнәлтелгән.
Андрей Назаров "ТЭФИ-Капитал"дың хәҙер өсөнсө премияһы Өфөлә тапшырылыуын билдәләне. Был иһә ойоштороусыларҙың ҡунаҡсыл Башҡортостанға юғары ышанысын да раҫлай.
"Конкурсанттар эше унлаған номинацияла билдәләнде. Һәр эштең мәғәнәһе – илебеҙ граждандарына һәм ҡунаҡтарға эшҡыуарҙарҙың ил үҫешенә өлөшөн күрһәтеү", - тине ул.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.