Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Декабрь 2022, 23:30

Рәсәй ауырлыҡтарға ҡаршы тора ала

Санкциялар ҙа уны ҡурҡытманы.

Рәсәй ауырлыҡтарға ҡаршы тора ала
Рәсәй ауырлыҡтарға ҡаршы тора ала

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер–министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо турала  яҙмаһы менән уртаҡлашты.

"Рәсәйгә ҡаршы индерелгән санкцияларға ҡарата Европа парламенты үкенес белдерә, ә Италия эшҡыуарҙары ҡулланыу тауарҙарына хаҡтың ҡырҡа артыуын раҫлай. Мәҫәлән, 15 килограмм утын Италияла хәҙер ете евро тиерлек тора, ә элек был аҡсаға 15 литр бензин алып булған. Йәшелсә, май ҙа ҡиммәтләнгән – исемлекте оҙаҡ дауам итергә мөмкин.

Рәсәйгә ҡаршы сәйәсәтте яҡлап, Европа беҙҙең иҡтисад юҡҡа сығыр тип уйланы, ләкин үҙе күберәк зыян күрҙе. Бөгөн был хаҡта Өфө диалогының беренсе ултырышында сит ил вәкилдәре белдерҙе.

Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре, Төркиә, Ҡытай, Германия, Иран асыҡтан–асыҡ Рәсәй һәм Башҡортостан менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү теләген белдерҙе.

Беҙ Рәсәйгә ҡаршы санкцияларҙы еңергә өйрәндек. Республика килеме 18 процентҡа тиерлек артты. Беҙ донъяның 113 иле менән сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәбеҙ. Туғыҙ ай һөҙөмтәләре буйынса тышҡы сауҙа әйләнеше 13,5 процентҡа артты.

Беҙҙең ун эре контрагент исемлегенә Ҡытай, Ҡаҙағстан, Латвия, Нидерланд, Беларусь, Төркиә, Һиндостан, Финляндия, Германия, Үзбәкстан инде. Тышҡы сауҙа әйләнешенең 70 процентҡа яҡыны уларға тура килә.

Күреүегеҙсә, Европа дәүләттәре партнерҙарыбыҙ булып ҡала. Беҙҙең химия продукцияһы Финляндия менән Нидерландҡа, яғыулыҡ–энергетика тауарҙары Германия һәм Латвияға, ҡорамалдар, машиналар Һиндостанға кәрәк.

Рәсәй ауырлыҡтарға ҡаршы тора ала. Беҙ үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтерергә теләгән илдәргә йүнәлеш алғанбыҙ", - тиелә яҙмала.     

Фото: Андрей Назаровтың сәхифәһе.

Рәсәй ауырлыҡтарға ҡаршы тора ала
Рәсәй ауырлыҡтарға ҡаршы тора ала
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: