

15 декабрҙә Өфөлә “Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы” сиктәрендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Әрмәнстан Республикаһының рәсми делегацияһы менән осрашты.
“Торатау” конгресс-холында уҙғарылған сарала хеҙмәттәшлек йүнәлештәре үҫешен тикшерҙеләр, шулай уҡ эшлекле һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында берлектәге яңы проекттарҙы ҡаранылар.
Андрей Назаров үҙ сығышында Рәсәй – Әрмәнстан бәйләнешенең һәр ваҡыт дуҫлыҡҡа, үҙ-ара ихтирамға нигеҙләнеүен билдәләне. "Башҡортостан менән Әрмәнстан араһында сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек һиҙелерлек нығына. Туғыҙ ай һөҙөмтәләре буйынса тышҡы сауҙа әйләнеше яҡынса 15 миллион доллар кимәленә етте. Ул биш тапҡырға тиерлек артты. Беҙгә һеҙҙең тауар ихтыяжы билдәле: махсус транспорт, электр техникаһы, дарыу препараттары, минераль ашламалар, аҙыҡ-түлек ебәрергә әҙербеҙ", - тине Премьер-министр.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.