Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Декабрь 2022, 13:30

Аҙналыҡ йомғаҡтары. Реаль иҡтисад

“Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2022” форумының эш һөҙөмтәләре ҡаралды

Аҙналыҡ йомғаҡтары. Реаль иҡтисад
Аҙналыҡ йомғаҡтары. Реаль иҡтисад

“Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2022” форумының эш һөҙөмтәләре ҡаралды.

“Торатау” конгресс-холында ошо йыйындың йомғаҡтарына арналған ултырышта спикерҙар сифатында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Рәсәйҙең төҙөлөш министры урынбаҫары Константин Михайлик, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының башҡарма секретары Сергей Канавский, Евразия үҫеш банкының транспорт һәм инфраструктура буйынса бшҡарма директоры Сергей Пасеко ҡатнаштылар. Шулай уҡ залда ултырған белгестәргә лә үҙ фекерҙәрен еткереү мөмкинлеге бирелде.

“Был сараны үткәрә башлағанда, йәғни, 15 йыл элек, ул нимәләр эшләнгәне, ниндәй бурыстар тороуы буйынса йомғаҡлау сараһы итеп кенә уйланылғайны. Әммә, йылдар үтә барыу менән, был форум эшлекле йөкмәтке менән тулылана башланы, һәр саранан һуң унда ҡатнашҡан эшҡыуарҙар һәм төрлө өлкәләрҙән белгестәр ҙур белем һәм тәжрибәләр багажы алып ҡайта, күп эшлекле кешеләр менән таныша һәм бәйләнеш урынлаштыра”, - тине Андрей Назаров.

Премьер-министр билдәләүенсә, быйылғы форумдың һөҙөмтәлелеге лә ҡыуаныслы: өс көн эсендә дөйөм суммаһы 100 милиард һумға яҡын булған килешеүҙәр төҙөлгән.

Ултырыш аҙағында бер төркөм эшҡыуарҙар һәм предприятиелар вәилдәрен наградалау тантанаһы үткәрелде.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: