Иҡтисад
16 Декабрь 2022, 11:36

Андрей Назаров инвестмөхитте яҡшыртыусыларҙы наградланы

“Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2022”  форумында инвестмөхитте яҡшыртыуға һәм Башҡортостандың иҡтисади үҫешенә өлөш индергәндәрҙе наградлау тантанаһы үткәрелде.

Андрей Назаров инвестмөхитте яҡшыртыусыларҙы наградланыАндрей Назаров инвестмөхитте яҡшыртыусыларҙы наградланы
Андрей Назаров инвестмөхитте яҡшыртыусыларҙы наградланы

“Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2022”  форумында инвестмөхитте яҡшыртыуға һәм Башҡортостандың иҡтисади үҫешенә өлөш индергәндәрҙе наградлау тантанаһы үткәрелде.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, бизнес менән властың диалогы өсөн тәғәйенләнгән был майҙансыҡ ошо ике яҡлы һөйләшеүҙе даими һәм конструктив нигеҙҙә ойошторған эшлекле даирәләргә рәхмәт белдереү өсөн бик ҡулайлы.

Намыҫлы хеҙмәт һәм юғары һөнәрмәнлек өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһына лайыҡ булдылар: Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзының “Эшлекле Рәсәй” йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Айҙар Зөбәйеров, ошо уҡ союздың “Башҡортостандың эш биреүселәр союзы” рәйесе Айҙар Нәсибуллин, “ОПОРА РОССИИ” Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Ләйсән Николаева,  Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе Тимур Хәкимов, Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы советы рәйесе Алексей Щербацкий, Башҡортостанды Үҫтереү корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов, Инвестиция проекттарын үҫтереү фонды етәксеһе Айнур Аҡҡулов, Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәрҙәре Эльвира Мәмлиева, Марина Сазыкина һәм Наталья Трофимова.

Фото: Башҡортостан Хөүмәте сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас