Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Декабрь 2022, 20:30

Республика өсөн етди ҡаҙаныш

12-се урындан 8-сегә күтәрелдек.

Республика өсөн етди ҡаҙаныш
Республика өсөн етди ҡаҙаныш

Бөгөн Рәсәйҙәге махсус иҡтисади зоналарының инвестиция йәлеп итеүсәнлегенең VI Милли рейтингы һөҙөмтәләре иғлан ителде.

"Мин быны етди ҡаҙаныш тип иҫәпләйем – беренселекте тотоу еңеүгә ҡарағанда һәр ваҡыт ауырыраҡ, - тип яҙҙы был турала Радий Хәбиров үҙ сәхифәһендә. - Дөйөм алғанда, рейтингта дүрт мәрәйгә күтәрелдек — 12-се урындан 8-сегә.

Беҙ быйыл инженер-транспорт инфраструктураһын әҙерләүҙә, электр энергияһын, газды, һыуҙы етештереү урындарына сығарыуҙа, юлдар төҙөүҙә яҡшы уңыштарға өлгәштек.

"Алға" махсус иҡтисади зонаһында 12 резидент бар, уларҙың дөйөм инвестициялары 42 миллиард һумдан күберәк тәшкил итә, ике меңдән ашыу эш урыны булдырылған.

Был яҡшы һөҙөмтә, әлегә үҫергә лә урын бар, темпты кәметмәйбеҙ.

Фото Р. Хәбировтың сәхифәһенән.

Республика өсөн етди ҡаҙаныш
Республика өсөн етди ҡаҙаныш
Республика өсөн етди ҡаҙаныш
Республика өсөн етди ҡаҙаныш
Республика өсөн етди ҡаҙаныш
Автор:Гөлназ Салауатова
Читайте нас: