Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Декабрь 2022, 21:30

Төбәккә идара итеү үҙәге эшенә - юғары баһа

Константин Михайлик Башҡортостан тәжрибәһен илдең башҡа төбәктәренә күрһәтеү кәрәклеген билдәләне.

Төбәккә идара итеү үҙәге эшенә - юғары баһа
Төбәккә идара итеү үҙәге эшенә - юғары баһа

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Рәсәй Федерацияһының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Константин Михайлик менән осрашты.

Һорауҙар төбәк иҡтисады менән идара итеүҙе һанлаштырыуға һәм ҡала хужалығына ҡағылды.

"Беҙ уға "Аҡыллы ҡала" системаһының төп элементы булған Төбәк менән идара итеү үҙәге эшен күрһәттек. Константин Александрович уның функционаллеген юғары баһаланы: халыҡ менән кире бәйләнеш платформаһы, юлдар, сүп-сар йыйыу һәм башҡа аспекттар менән бәйле хәлде онлайн күҙәтеү мөмкинлеге, аналитик, стратегик блок. Һуңғыһы 120-нән ашыу республика инвестиция проектына идеянан алып тормошҡа ашырыуға тиклем "Берҙәм тәҙрә" режимында ярҙам күрһәтә.

"Юрта" торлаҡ-коммуналь хужалыҡ төбәк мәғлүмәт системаһының һөҙөмтәле булыуын билдәләне. Хеҙмәт халыҡҡа торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ хеҙмәтен минималь комиссия менән түләү, идарасы компания менән үҙ-ара эш итеү мөмкинлеген бирә.

Константин Михайлик Башҡортостан тәжрибәһен илдең башҡа төбәктәрендә лә ҡабатлау кәрәклеген билдәләне һәм Өфөлә "Аҡыллы ҡала" күләмле форум үткәрергә тәҡдим итте", - тип яҙҙы Андрей Назаров.

Фото А. Назаровтың сәхифәһенән. 

Төбәккә идара итеү үҙәге эшенә - юғары баһа
Төбәккә идара итеү үҙәге эшенә - юғары баһа
Төбәккә идара итеү үҙәге эшенә - юғары баһа
Автор:Гөлназ Салауатова
Читайте нас: