“Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2022” форумында туризмды үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.
Сара барышында Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса министры Рөстәм Афзалов менән Үзбәкстандың Ҡазан ҡалаһындағы генераль консуллығының инвестициялар һәм сауҙа-иҡтисади бәйләнештәр буйынса беренсе секретары Камал Давронов осраштылар. Ике яҡ та үҙҙәрендәге туристик мөмкинлектәрҙе күрһәтте, туристар ағымын көсәйтеү саралары тураһында фекер алышты.
Киләһе йылда бындай мөмкинлекте файҙаланыу өсөн ике яҡ та Башҡортостан һәм Үзбәкстан туристик операторҙарының, блогерҙарының осрашыуҙарын ойошторорға, 2023 йылдың яҙында мәғлүмәт турҙары үткәрергә килеште.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.