Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Декабрь 2022, 13:30

"Алға" тик алға ынтыла

Ул Рәсәйҙә 2022 йыл йомғаҡтары буйынса иң йылдам үҫешкән махсус иҡтисади зонаға әйләнде.

"Алға" тик алға ынтыла
"Алға" тик алға ынтыла

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Премьер-министр Андрей Назаров Рәсәй иҡтисади зоналарының инвестиция йәлеп итеүсәнлеге милли рейтингын презентациялауҙа ҡатнашты. 2022 йыл йомғаҡтары буйынса «Алға» махсус иҡтисади зонаһы исемлектә һигеҙенсе урынды алды һәм дөйөм дүртенсе баҫҡысҡа күтәрелде. Бынан тыш, «Алға» махсус иҡтисади зоналар араһында сәнәғәт-производство тибындағы иң йылдам үҫешеүсе статусын раҫланы. Рейтинг һөҙөмтәләре менән Рәсәй кластерҙар, технопарктар  һәм махсус иҡтисади зоналар ассоциацияһы директоры Андрей Шпиленко таныштырҙы.

Йәш майҙансыҡтар ойошторолған майҙансыҡтарҙың билдәлелеге менән ғәйәт ҙур конкуренция тыуҙыра башланы, тип билдәләне Андрей Шпиленко.

- Бер нисә йыл дауамында майҙансыҡтарҙың береһенең инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһе буйынса лидер булыуын айырыуса тулҡынланып билдәләргә теләйем. Был - иң йылдам үҫешеүсе майҙансыҡ, быйыл ул иң яҡшы 10 инвестиция йәлеп итеүсән махсус иҡтисади зона исемлегенә инде. Ул майҙансыҡтар араһында инвестициялар йәлеп итеү өсөн конкуренцияның тик арта барыуын күрһәтте. Шулай итеп, ошо ике йылда иҡтисади мөғжизә ҡылған иң әүҙем үҫешкән майҙансыҡ - Башҡортостан Республикаһындағы «Алға» махсус иҡтисади зонаһы, - тине Андрей Шпиленко.

Рәсәй Кластерҙар, технопарктар һәм махсус иҡтисади зоналар ассоциацияһы директоры һүҙҙәренсә, Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан махсус иҡтисади зона эсендә инфраструктура булдырыуға йүнәлтелгән әүҙем эш алып барыласаҡ. Бөгөн эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген индереү өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Мәҫәлән, ирекле таможня зонаһы инфраструктураһы булдырылған.

- Әйтергә кәрәк, «Алға» Рәсәйҙә беренселәрҙән булып тәжрибә рәүешендә тотороҡло үҫеш маҡсаттарына өлгәшеүгә йүнәлтелгән модель, шуның менән инвестициялар йәлеп итеү өсөн уңайлы шарттар булдырҙы, - тип өҫтәне Андрей Шпиленко.

Үҙ сиратында Андрей Назаров, модераторҙың республика беренселекте нисек ҡулдан ысҡындырмай тигән һорауына яуап биреп, Башҡортостандың Европала ла, Азияла ла урынлашыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был - инвесторҙарға был осраҡта резиденттарға, мөмкинлектәр биргән уңайлы логистик урынлашыу, тауарҙар, материалдар һәм продукция ташыуҙың уңайлы логистик сылбырҙары.

- Уҙған йыл менән сағыштырғанда беҙ төбәк власының инвестициялар йәлеп итеүгә булышлыҡ итеү кимәлен яҡшырттыҡ; сәнәғәт объекттары төҙөүгә рөхсәт алыу өсөн кәрәкле ваҡыт кәмене; өҫтәлгән хаҡтың производство сылбырҙары менән эшләйбеҙ, уларҙы анализлайбыҙ һәм инвестиция проекттарын асыҡлайбыҙ; һәр инвестиция проектына шәхси проект менеджерын беркетеп, инвесторҙарға документтар пакетын йыйыуҙа, бизнес планын һәм финанс моделен булдырыуҙа ярҙам күрһәтәбеҙ, - тине Андрей Назаров. - Әлеге ваҡытта 12 резидент махсус иҡтисади зона резиденты статусын алды, инвестициялар күләме 42 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә, 2058 эш урыны булдырыу күҙаллана.

Премьер-министр әйтеүенсә, биш йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе һәм «Алға» махсус иҡтисади зонаһынан тыш, өҫтәмә рәүештә һәр кесаҙна һайын өҫтөнлөклө исемгә дәғүә иткән һәр инвестиция проекты ҡарала.

- Республика Башлығы Радий Хәбиров уларҙы үҙе уҙғара. Быйыл ташламалар күләмен дүрт миллиард һумға арттырҙыҡ, шул рәүешле инвесторҙар өсөн льготалы һалым ташламалары 11 миллиард һум тәшкил итә, - тине Андрей Назаров. - Әлеге ваҡытта айырым иҡтисади зонаһы биләгән майҙан дөйөм өлөштөң 50 проценттан ашыуын тәшкил итә. Инвесторҙарҙан һорау арта. Шуға бәйле, әле федераль Хөкүмәткә сиктәрҙе киңәйтеүгә ғариза әҙерләйбеҙ.

РФ иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Дмитрий Вахруков хәбәр итеүенсә, хәҙер инвесторҙарҙың айырым иҡтисади зоналарға ҙур иғтибар бүлеүе күҙәтелә. Уның һүҙҙәренсә, айырым иҡтисади биләмәнең уңышы дәүләт һәм бизнестың бергә эшләүенә ҡайтып ҡала.

- 2005 йылдан алып 49 айырым иҡтисади зона булдырылған, уларға меңдән ашыу компания йәки 800 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән. 56 мең кеше эш менән тәьмин ителгән. 2022 йылда ғына төрлө төбәктәрҙә ете яңы айырым иҡтисади зона булдырҙыҡ, улар буйынса 2,5 триллион һум самаһы инвестиция һәм 12 мең самаһы эш урыны көтәбеҙ. Төбәк кимәлендә тормошҡа ашырылған федераль ярҙам саралары ла махсус иҡтисади зонаға ярҙам итеүгә йүнәлтелә. Был - бюджет кредиттарын реструктуризациялау ҙа, инвестиция ресурсын бушатыу ҙа. 2021 йылда махсус иҡтисади зона структураһы миллиард һумдан ашыу суммаға финансланды, ә 2022 йылда был күрһәткес яҡынса дүрт тапҡырға артты, - тине Дмитрий Вахруков.

Фото һәм сығанаҡ: БР Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: