“Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2022” форумында ошо туралағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Стәрлетамаҡ районында төҙөләсәк был ферманы уникаль объект тип атайҙар. Ошо төбәктә урынлашҡан Калинин исемендәге йәмғиәттең директоры Николай Коваленко аңлатыуынса, был суммаға кредит һөтсөлөк тармағы буйынса инвестиция проектын уңышлы тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк. Проектҡа ярашлы, төҙөлгән моноблокта 3,5 мең һауын һыйыры урынлашасаҡ.
Килешеүгә ҡул ҡуйғанда “ВТБ” банкы идарасыһы Станислав Мотилов ошо банктың ауыл хужалығы буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыу тәжрибәһе булыуы тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, һөт-тауар комплексының 80 проценты төҙөлгән дә инде. Тулыһынса файҙаланыла башлағас та ул көнөнә 115 тонна һөттө эшкәртеүгә оҙатып тора аласаҡ.
“Башинформ” фотоһы.