ДОМ.РФ һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте төбәктә Берҙәм ипотека программаһын тормошҡа ашырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Программаның операторы булып Торлаҡ өлкәһендә үҫеш институты сығыш яһай. Был IT-белгестәр өсөн льготалы ипотека буйынса сикке ставканы биш проценттан дүрт процентҡа тиклем кәметергә мөмкинлек бирә.
Төбәк биләмәһендә йәшәгән һәм эшләгән белгестәргә федераль IT-ипотека сиктәрендә төбәк бюджеты иҫәбенә ставканы өҫтәмә 1% кәметеү рөхсәт ителә.
«Берҙәм ипотека географияһы киңәйә, бөгөнгә программаға 19 төбәк ҡушылған. ДОМ.РФ әҙерләгән механизм - торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙең һөҙөмтәле ҡоралы, ул уңайлы шарттарҙа кредит алырға, түләүҙәрҙә һәм ҡайтанан түләүҙә ярайһы уҡ экономияларға мөмкинлек бирә. Яңы кредитлау шарттары мәғлүмәт технологиялары өлкәһен үҫтереүгә йүнәлтелгән льготалы программаға ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыр, тип иҫәп тотабыҙ», - тип билдәләне ДОМ.РФ генераль директоры урынбаҫары Алексей Ниденс.
Фото ejansura.ru