Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Декабрь 2022, 14:30

Халыҡ-ара бизнес аҙналығы үҙ эшен тамамланы

Сараның эшлекле программаһы Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең экспорт, инновациялар һәм инвестициялар өлкәһендә үҫеше, шулай уҡ ШОС илдәренең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ эше мәсьәләләренә арналды.

Халыҡ-ара бизнес аҙналығы үҙ эшен тамамланы
Халыҡ-ара бизнес аҙналығы үҙ эшен тамамланы

14-16 декабрҙә Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһында «Халыҡ-ара бизнес аҙналығы - 2022: киләсәккә инвестициялар» форумы үтте. Сараның эшлекле программаһы Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең экспорт, инновациялар һәм инвестициялар өлкәһендә үҫеше, шулай уҡ ШОС илдәренең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ эше мәсьәләләренә арналды.

Фекер алышыуҙар ҡатнаш форматта үтте. Конкурста ҡатнашыусыларҙың бер өлөшө Өфө майҙансыҡтарында йыйылды. Шулай уҡ онлайн режимда фекер алышыуға ҡушылдылар. Бөтәһе 50-нән ашыу төрлө эшлекле сара үтте. Улар - пленар ултырыштар, түңәрәк өҫтәлдәр, дискуссия майҙансыҡтары, тармаҡ секциялары.

Сараны ойоштороусы - Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Рәсәй Федерацияһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Рәсәй экспорт үҙәге, Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһы, Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Стратегик асыштар үҙәге. «Башҡортостан сода компанияһы» акционерҙар йәмғиәте, «Башкирэнерго» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм «Бэкс» акционерҙар йәмғиәте форумдың стратегик партнерҙары булып сығыш яһаны.

Халыҡ-ара бизнес аҙналығын асып, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ошо ҡатмарлы осорҙа үҙ проекттарын туҡтатмаған, ә республика һәм бөтә ил мәнфәғәтенә эшләүен дауам иткән инвесторҙарға рәхмәт белдерҙе. Һәм бизнес-берләшмә вәкилдәрен тармаҡ сараһының эшләй башлауы менән ҡотланы.

«Бөгөн Өфөгә 20-нән ашыу дәүләт вәкилдәре килде. 2021 йылда сараның партнёры - Ҡаҙағстан. Быйыл эстафетаны Беларусь ҡабул итте, уның менән мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүҙә алға табан ҙур аҙым яһаныҡ», - тине төбәк Башлығы.

Был форум хаҡында барлыҡ яңылыҡтарҙы беҙҙең гәзитебеҙҙең сайтында уҡырға мөмкин.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: