Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Декабрь 2022, 15:54

Башҡортостанда пилотһыҙ осоу аппараттары эшләнә

“Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2022” форумында бер нисә компания пилотһыҙ осоу аппараттарының яңы өлгөләрен күрһәтте.

Башҡортостапн предприятиеларының был йүнәлештәге продукцияһы спектры киң – ябай квадрокоптерҙарҙан алып пилотһыҙ вертолеттар һәм самолеттарға саҡлы.

Өфөнөң “Интеграл роботлаштырылған технологиялары” компанияһының баш инженеры Рәмил Ильясов аңлатыуынса, әле был предприятиела бер юлы бер нисә өлгө әҙерләнә.

“Бөгөн алыҫ радиусҡа оса алыусы пилотһыҙ самолет өлгөһө эшләнә. Ул үҙенең протопипынан бер ярым тапҡырға яҡшыраҡ һәм халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтары өсөн тәғәйенләнгән. Хәйер, бөгөнгө шарттарҙа ҡабул ителгәнсә әйтһәк, ул ике маҡсатлы продукция”, – ти Рәмил Ильясов.

Баш инженер әйтеүенсә, илебеҙҙә ошо продукция өсөн әлегәсе сит илдәрҙән килтертелгән комплектлаусы әйберҙәргә алмаш етештерә алырлыҡ предприятиелар күп.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: