Өс көн эсендә Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығында 54 документҡа, шул иҫәптән 93 миллиард һумға 30 инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйылды. Форум һөҙөмтәләре тураһында аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә беренсе вице-премьер – Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне.
Форум республиканың баш ҡалаһында 14 декабрҙән 16-һына тиклем уҙҙы. Унда донъяның 24 иленән өс меңдән ашыу ҡатнашыусы булды. Эшлекле программа сиктәрендә 55 секция ойошторолған, унда 245 спикер сығыш яһаған. Төп сараларҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Атап әйткәндә, төбәк етәксеһе “Башҡортостан сода компанияһы" гранд-секцияһында сығыш яһаны.
Аҙналыҡтың мөһим ваҡиғаларының береһе Евразия донъя кимәлендәге ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын төҙөү тураһында концессия килешеүенә ҡул ҡуйыу булды.
Бынан тыш, концессия шарттарында Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала һәм Өфө районында алты мәктәп төҙөлә. Башҡа төҙөлгән килешеүҙәргә ярашлы, “Алға” махсус иҡтисади зонаһында 4,5 миллиард һумға күҙәнәклек, пектин матдәләре етештереү, туғыҙ миллиард һумға йорттар һалыу конструкциялары, биналар заводы, шулай уҡ Өфө районында 25 миллиард һумлыҡ агропарк төҙөлә.
Форумда республика продукцияһын экспортлау буйынса ла килешеүҙәр беркетелде. Шул рәүешле Беларусь Республикаһына “Зифа”, “Луч” һәм Tobbi Kids тауар билдәләре аҫтында синтетик йыуыу саралары ебәреүҙе ойошторалар.
Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтенә Халыҡ-ара бизнес аҙналығын ойошторғаны өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Был мөһим сара күптән инде матур йолаға әүерелде, һәм көн тәртибе йылдан-йыл байый бара. Ошо эште дауам итәбеҙ, - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.