Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә “Алға” махсус иҡтисади зонаһының эш йомғаҡтары ла ҡаралды.
2022 йылда махсус иҡтисади зона Рәсәйҙә сәнәғәт-етештереү тибындағы биләмәләр араһында иң йылдам үҫешеүсе статусын һаҡлап ҡалды, тип хәбәр итте төбәк етәксеһе. Бынан тыш, илдең 49 махсус иҡтисади зонаһының инвестиция йәлеп итеүсәнлеге буйынса VI милли рейтингында “Алға” 12-се урындан 8-гә күтәрелгән. Рейтинг менән таныштырыу сараһы 16 декабрҙә Мәскәүҙә Кластерҙар, технопарктар һәм махсус иҡтисади зона ассоциацияһының матбуғат конференцияһында уҙҙы.
2022 йылдың аҙағына “Алға” махсус иҡтисади зонаһына инвестицияларҙың дөйөм күләме 42 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән 12 резидент килде, тип хәбәр итте Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов. Дөйөм алғанда, улар ике меңдән ашыу эш урыны булдырасаҡ.
– 2021 йылдың декабрендә “Аркада” һәм “ЗУР” компанияларының ике производствоһы эшләй башланы, – тине Илшат Тажетдинов. – 2022 йылда эксперт советы “Биорон”, “Башбалыҡ” һәм “Фарус-Синтез” компанияларының ғаризаларын хупланы. Инвестицияларҙың дөйөм күләме – 17,4 миллиард һум. Бынан тыш, 8,2 миллиард һумға тағы биш проект тикшерелә.
2022 йылда инженерлыҡ инфраструктураһын булдырыу буйынса ҙур эш башҡарылды, тип өҫтәне вице-премьер. Мәҫәлән, “Газпром”дың инвестиция программаһы иҫәбенә майҙансыҡҡа газ селтәрҙәре һуҙылды. Махсус иҡтисади зонаға илткән автомобиль юлдарын төҙөү һәм реконструкциялау тамамлана. Ә “БЭСК Инжиниринг” компанияһы энергетика инфраструктураһын проектлай.
Ишембай районындағы майҙансыҡта төҙөү күҙалланған административ-эш үҙәге “Алға” зонаһының визит карточкаһы буласаҡ. 2023 йылдың беренсе кварталында бинаның проекты дәүләт экспертизаһын үтергә тейеш.
Илшат Тажетдинов шулай уҡ, киләһе йылда республика “Өфө” индустриаль паркы биләмәһе иҫәбенә “Алға” махсус иҡтисади зонаһы майҙанын арттырыуға Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығына заявка ебәрәсәк, тип хәбәр итте.
Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә һәм Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһына өҫтөнлөклө биләмәне башлау, артабан үҫтереү буйынса ойоштороу эше өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Рейтингта позицияларыбыҙҙы нығытыу – ҙур ваҡиға. “Алға” махсус иҡтисади зонаһы – иң йәштәрҙең береһе. Беҙ кәрәкле инфраструктура булдырабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Инвесторҙарға үҙ өҫтөбөҙгә алған бөтә йөкләмәләрҙе үтәүҙе гарантиялайбыҙ.
Махсус иҡтисади зонаны үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн төбәк етәксеһе Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсовҡа һәм “Алға” махсус иҡтисади зонаһы идара итеү компанияһы етәксеһе Артем Пензинға республиканың Почет грамоталарын тапшырҙы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.