Бюджет аҡсалары республикала нисек һәм нимәгә бүленәсәк? Ресурстар сикле булғанда, иң мөһимен нисек һайларға? Киләһе йылға Башҡортостан бюджеты күпме тәшкил итә? Ул нисек тулылана?
Ошо һәм башҡа һорауҙарға Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – финанс министры Лира Иғтисамова һәм башҡа саҡырылған эксперттар яуап бирәсәк.
Тура эфир БЮТ телеканалында, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә - БЮТ(https://vk.com/bash_tv), Башҡортостан Хөкүмәте (https://vk.com/bashkortostan_gov) һәм Республикаға идара итеү үҙәгендә (https://vk.com/tsur_bashkortostan) күрһәтеләсәк.
Брифинг 20 декабрҙә 19.00 сәғәттә башлана.
Ситтә ҡалмағыҙ.
Фото: "Башинформ".