Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Декабрь 2022, 20:09

Эшҡыуарлыҡ һандар аша идара ителәсәк

“Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2022” форумында эшҡыуарлыҡты һанлы тансформациялау тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйылды.

Эшҡыуарлыҡ һандар аша идара ителәсәк
Эшҡыуарлыҡ һандар аша идара ителәсәк

“Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2022” форумында эшҡыуарлыҡты һанлы тансформациялау тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйылды.

Документҡа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән коммерцияға ҡарамаған автономиялы “Етештереүсәнлектең һанлы технологиялары” ойошмаһы ҡул ҡуйҙылар.

Меморандум предприятиеларҙа Ватан һанлы ысулдарын индереү иҫәбенә хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүҙе, предприятиеларҙа идара итеүҙең бөтә кимәлдәрендә яһалма интеллект ҡулланыуҙы киңәйтеүҙе маҡсат итеп ҡуя.

“Биш йыл эсендә “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашҡан предприятиелар хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү буйынса дәүләт тәҡдим иткән ҡоралдарҙың йоғонтоло булыуына ышанды. Был проектты ҡулланыуҙан беҙҙең хужалыҡтар алған файҙа 3,5 миллиард һум тәшкил итте”, – тине Хөкүмәт Премьер-министрынының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: