“Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2022” форумында эксперттар Башҡортостан биләмәһендәге “Төньяҡ – Көньяҡ” транспорт коридорында мультимодаль хаб булдырыу мөмкинлектәре тураһында түңәрәк өҫтәл үткәрҙе.
“Бөгөн беҙ транспорт логистикаһы коридоры буйынса штаб ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Штаб сиктәрендә санкцияларға бәйле булмаған иң перпективалы йүнәлештәрҙәге инфраструктура сикләүҙәрен бөтөрөү маҡсаты ҡуйыла”, – тине “Халыҡ-ара транспорт коридорҙары дирекцияһы” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошманың генераль директоры Александр Исаев.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов билдәләүенсә, “Төньяҡ – Көньяҡ” транспорт коридоры Евразия иҡтисади союзын үҫтереү коридоры булып та хеҙмәт итә ала.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.