2023 йылдың 1 ғинуарынан һалым түләүселәр өсөн яңы һалым түләү механизмы – Берҙәм һалым иҫәбе ғәмәлгә инә башлай. Уның өҫтөнлөктәре хаҡында республика Башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Андрей Агапов һөйләне.
Әлегә бизнесҡа һалым түләү өсөн бюджет классификацияһының 1,5 мең кодын һәм түләү йөкләмәләрендә хатаһыҙ күрһәтергә кәрәк булған муниципалитеттарҙың мең кодын иҫәпкә алырға кәрәк. Яңы механизм был процедураны ябайлаштыра.
– Берҙәм һалым иҫәбе индерелгәс, быларҙың барыһы ла кәрәкмәйәсәк. Бары тик ИНН һәм түләү суммаһын күрһәтеү талап ителә. Шулай итеп, 2023 йылдан һалым түләүсе үҙенең Берҙәм һалым иҫәбенә аҡса индерә ала, артабан һалым хеҙмәте уларҙы бурыстары буйынса автоматик рәүештә бүләсәк, – тип аңлатты Андрей Агапов.
Һалым түләү өсөн айына бер тапҡыр бөтә финанс йөкләмәләрен берләштергән дөйөм суммала берҙәм һалым түләүен индереү ҙә етә. Яңы механизм һалым түләүсегә дәүләт менән иҫәп-хисапты һәр саҡ аныҡ күрергә мөмкинлек бирәсәк. Шулай итеп, бер йөкләмәләр буйынса бер үк ваҡытта бурыс һәм икенселәре буйынса арттырып түләү юҡҡа сығарыла. Был түләүҙәрҙе аныҡлау буйынса артыҡ процедураларҙан баш тартырға мөмкинлек бирәсәк.
Бынан тыш, яңы йылдан һалым түләүҙең берҙәм ваҡыты ғәмәлдә буласаҡ – һәр айҙың 28-ендә. Һәр айҙың 25-ендә – аванс түләүҙәр буйынса декларациялар һәм белдереү ҡағыҙҙары тапшырыу ваҡыты. Шулай итеп, бөтә һалымдарҙы айына бер тапҡыр берҙәм һалым түләүе менән түләргә мөмкин.
– Берҙәм һалым иҫәбендә ыңғай сальдо һалым түләүсенең аҡсаһы булып тора, уны ул актив булараҡ файҙалана һәм, мәҫәлән, тиҙ арала кире ҡайтара ала. Кире ҡайтарыу ваҡыты бер көнгә тиклем ҡыҫҡартыласаҡ, – тип аңлатты Андрей Агапов.
Яңы механизм бурыстар менән хәлде көйләү процесын да ябайлаштыра. Бурысты ҡаплағанда иҫәпте блокировкалауҙы алыу бер көн дауам итәсәк.
Берҙәм һалым иҫәбе механизмы һалым түләүсенең шәхси кабинеты менән берләшә. Бында онлайн режимында бөтә операциялар, шулай уҡ йөкләмәләрҙең актуаль суммаһы буйынса тулы күсермә бар.
– Асылда, һәр һалым түләүсе уңайлылығы буйынса ғәҙәти онлайн-банкингка оҡшаш түләү сервисы ала, – тип йомғаҡ яһаны Андрей Агапов.
Берҙәм һалым иҫәбе механизмы тураһында ентекләберәк Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтында белергә мөмкин.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.