2013 йылда “Башҡортостан продукты” 66 ҡатнашыусыны берләштерә ине, бөгөн уларҙың һаны 600-гә етеп бара. Шулар араһында Мәләүездең “Аҡтирмән” предприятиеһы ла бар.
Предприятиеға Күлбаевтар ғаиләһе нигеҙ һалған. Заһир Шакир улы күберәк етештереү барышына идара итә, яңы технологиялар уйлап таба һәм ҡорамалдар һайлай, аҙаҡ уларҙың эшен күҙәтә. Ә Рима Сәйфулла ҡыҙының яуаплылыҡ өлкәһе – әҙер продукцияны һатыу.
Ғаилә предприятиеһы иген культураларын эшкәртеү менән 13 йыл дауамында шөғөлләнә. Тәүҙә он һәм макарон етештергәндәр. Бөгөн иһә “Аҡтирмән” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте иген культураларынан етештерелгән продукцияның киң ассортиментын әҙерләй. Шыттырылған бойҙайҙан етештерелгән “Кокос”, “Имбирь”, “Какао” сәләмәт туҡланыу ризыҡтары; натураль коктейлдәр; йөҙөм, арахис, кедр сәтләүеге ҡушып, шыттырылған бойҙайҙан тиҙ әҙерләнгән иртәнге аш; үҫемлек компоненттары менән байытылған ҡоро смузи; йөҙөм, күрәгә, финик емеше, файҙалы матдәләр менән байытылған батончик халыҡ араһында популяр булған боронғо рецепт буйынса эшләнгән шыттырылған бойҙай, арпа, һоло, арыш һәм ҡарабойҙайҙан милли ризыҡ – талҡан.
“Бөтәһе лә яҡшы сифатлы, бының өсөн күп көс түгәбеҙ. 2009 йылда шәхси эшҡыуарлыҡҡа тотондоҡ, ул ваҡытта көнөнә 35-әр тонна иген эшкәрттек. Аҙаҡ ҡытлыҡ булып китте, көрсөк башланды. Бер көн Өфөнән ҡунаҡтар талҡан алып килде. Организмға яҡшы йоғонто яһай, ашҡаҙанды таҙарта тигәстәр, ауыҙ итеп ҡараныҡ. Шунан һуң иптәшем Заһир менән ҡыҙығып китеп, беҙ ҙә ошо милли ризыҡты етештерә алабыҙ, тигән фекергә килдек. Ул ваҡытта он өсөн алынған ҡорамалдар эшһеҙ тора ине. Таҙа, файҙалы ризыҡ әҙерләй башланыҡ. Әлбиттә, үҙенсәлектәре күп, иң мөһиме – игенде дөрөҫ эшкәртергә кәрәк. Был процесс ҡатмарлы: таҙартыу, йыуыу, бүрттереү, шыттырыу, киптереү, термаль эшкәртеү бер көнлөк эш түгел. Һалынған ашлыҡ махсус ҡорамалда бер нисә тапҡыр таҙартыла, йыуа торғанына ебәрелә. Аҙаҡ резервуарҙарға ҡойола ла шунда туғыҙ сәғәт ятып бүртә. Шунан шыттырырға һалабыҙ, артабан киптерәбеҙ. 750 килограмм ризыҡты әҙерләү өсөн бөтәһе 72 сәғәт кәрәк”, – ти Рима Сәйфулла ҡыҙы.
Был предприятие менән 500-ҙән ашыу компания хеҙмәттәшлек итә. Бөгөн унда 11 кеше эшләй. “Коллективта бер-беребеҙҙе аңлайбыҙ, кәрәк булһа, ярҙамға ла киләбеҙ, иң мөһиме – һәр кемгә ныҡлы ышанабыҙ”, – ти етәксе. Продукцияны эре сауҙа селтәрҙәрендә, эко-магазиндарҙа, баҙарҙа һатыу ҙа ҡаралған.
Ризыҡты таратыу географияһы – Башҡортостан Республикаһы ҡалалары һәм ҙур федераль үҙәктәр. Ҡаҙағстан менән дә бәйләнештәр барлыҡҡа килде, Төркиә менән һөйләшеүҙәр бара. “Беҙ тәү сиратта сифатҡа өҫтөнлөк бирәбеҙ. Ризыҡ таҙа булырға тейеш. Мәләүез районы фермерҙары менән берлектә эшләйбеҙ. Балалар инде күптән үҙаллы тормош көтә, ейәнсәребеҙ – эргәбеҙҙә. Ғаиләбеҙҙең милли кәсебенә уны ла өйрәтәбеҙ, ул да креатив кәңәштәре менән ярҙам итеп тора. Алдағы көндәрҙә лә һынатмай, халыҡ өсөн эшләйәсәкбеҙ”, – ти предприятие етәкселәре.